Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйеновты 75 йәшлек юбилейы менән ҡотланылар

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйеновты 75 йәшлек юбилейы менән ҡотланылар

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйеновты 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлауҙар үтте. Актерҙы ҡотларға почетлы ҡунаҡтар килде.

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова актерға Салауат Юлаев ордены бүләк итте. “Һеҙ – башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүгә булышлыҡ иткән абруйлы театр әһеле. Бар ғүмерегеҙҙе, ижадығыҙҙы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһенә бағышлап, әлегәсә тыуған театрығыҙҙа фиҙаҡәр хеҙмәт итәһегеҙ. Башҡорт театры сәнғәте үҫешенә оло өлөш индерәһегеҙ”, - тип Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.

Юбилярҙы ҡотларға шулай уҡ Өфө хаҡимиәте исеменән Шамил Абдраҡов, Бөтә Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең профсозы вәкиле, театрҙарҙан коллегалары килде. Улар барыһы ла актер тыуҙырған образдар халыҡ күңелендә яҡты хәтирәләр булып хаҡлана, тип белдерҙе.Актерҙың яҡташтары исеменән Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Фәрғәт Ҡотлобаев юбилярға Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия тапшырҙы. Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе урынбаҫары Йәмил Әбелмәнов юбилярға Станиславскийҙың алтын миҙалын тапшырҙы һәм матур йыр бүләк итте.

Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеровтың “Буранбай” башҡорт халыҡ йырын башҡарыуы юбиляр өсөн көтөлмәгән бүләк булды.

Ошо үк көндөң кисендә юбиляр ҡатнашлығында “Ҡара йөҙҙәр” спектакле уйналды. Унда актер Фәхри ролен башҡарҙы. Туған коллективы исеменән Әхәт Хөсәйеновты спектаклдән һуң театр директоры Иршат Фәйзуллин ҡотланы.

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйеновты 75 йәшлек юбилейы менән ҡотланылар
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйеновты 75 йәшлек юбилейы менән ҡотланылар

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb