Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы

20 октябрҙә Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 103 йыл тулыуға арналған тантаналы митинг уҙҙы. Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостандың Профсоюздар йорто алдындағы скверҙа урынлашҡан күренекле йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәре һәйкәленә сәскәләр һалды, шағирҙың әҫәрҙәрен һәм уның хаҡында шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе. Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуған көнө хөрмәтенә, Мостай Кәримдең яҡындарын, дуҫтарын, уның ижадын һөйөүселәрҙе берләштереп, йыл һайын уҙғарыла.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай 1947 йылда нәшер ителгән «Кире ҡайтыу» шиғри йыйынтығын алып килгәйне. Унда Мостай Кәримдең фронттан ҡайтҡас яҙылған шиғырҙары тупланған. Был китап еңеүсе шағирҙың тыуған яғына, һөйгәненә ҡайтыуы хаҡында бәйән итә. Кәҙим Аралбай митингыла уҡыу өсөн Мостафа Сафа улының 1943 йылда яҙылған «Украинаға» шиғырын һайлаған.

Митингты Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев дауам итте.

- Мостай Кәримдең тормошо - ул Ватанға һөйөү өлгөһө. Бөгөн Ватанды һаҡлаусы меңдәрсә егетебеҙ кеүек үк, мин дә уның әҫәрҙәрендә үҫтем. Бөгөнгө беҙҙең бурыс - башҡорт халҡының лайыҡлы улдары булыу, Ватаныбыҙҙы яратыу һәм яҡлау, уның үҫеше менән шөғөлләнеү һәм геройыбыҙ Мостай Кәримде һәр саҡ хөрмәтләү, - тип билдәләне баш ҡала мэры.

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина бөгөнгө көндө символик һәм иҫтәлекле тип атаны.

- Бөгөн бөйөк шағирыбыҙҙы һәм яҙыусыбыҙҙы иҫкә алғанда, беҙҙе эштә лә, көрәштә лә илһамландырған, тормошта ярҙам иткән тәрбиәләүсе бөйөк мираҫыбыҙ булыуы менән ғорурланырға тейешбеҙ. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы исеменән ошо мираҫты һаҡлап ҡалған һәм балаларға тапшырған кешеләргә рәхмәт әйткем килә. Иң элек, һеҙгә, Әлфиә Мостай ҡыҙы, командағыҙға, фондҡа ҙур рәхмәт. Ошо мираҫ нигеҙендә иҫ киткес әҫәрҙәр, фильмдар, спектаклдәр ижад иткән бөтә мәҙәниәт учреждениеларына рәхмәт. Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышын үтә. “70 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, беҙҙең быуынға фашизмға ҡаршы көрәшергә тура киләсәген ата-бабаларыбыҙ белдеме икән?” тигән һорау һәр кемдең уйында барҙыр, моғайын. Мостафа Сафа улының әҫәрҙәре ҙур көс бирә. Ошо китаптар, ошо юлдар, уй-фекерҙәр, хис-тойғолар ярҙамында беҙ иҫән,- тине Наталья Михайловна.

- Мостай Кәримдең ижады - яҡтылыҡҡа, изгелеккә ышаныс ул. Кешеләр, халыҡтар, дәүләттәр араһында бөйөк дуҫлыҡ көсө. Мостай Кәримдең һәр шиғыр юлы, уның әҫәрҙәре – ул ватансылыҡҡа, гражданлыҡҡа, мөхәббәткә саҡырыу. Бөгөн улар айырыуса көнүҙәк яңғырай,- тип билдәләне Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.

Бөгөн һәләтле йәштәргә ярҙам итеү мөһим, тип иҫәпләй халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Кәримова. Мостай Кәрим исемендәге фондтың грант ярҙамы тап ошоға йүнәлтелгән дә инде.

- Атайым барыһын да – өфөләрҙе, яҡташтарын, Башҡортостан, Рәсәй халҡын яратты. Ул кешене яратты. Шуға күрә, минең уйлауымса, уның ижады һәр кемгә аңлашыла, сөнки ул, милләтенә, йәшенә, диненә ҡарамаҫтан, кеше өсөн яҙған. Ул яҙыусы ине. Яҙғанында алдында һәр саҡ уҡыусыны күрҙе. Мин уның әҫәрҙәрен уҡығандарға, театр залдарын туҡтауһыҙ тултырған тамашасыға, киноға рәхмәтлемен. Улар беҙҙе Мостай Кәрим менән яҡынданыраҡ таныштырҙы. Атайым киләсәкте йәш быуында күрҙе, уларҙы тиң күреп һөйләште һәм өмөт бағланы,- тине Әлфиә Мостай ҡыҙы.

Митингты Мостай Кәрим исемендәге фонд стипендиаттарына исемле дипломдар һәм гранттар тапшырыу тантанаһы дауам итте. Уларҙы Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова тапшырҙы.

Быйыл Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенты Наҙгөл Исхаҡова, 3 курс студенты Нурия Ғилмуллина, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспиранты Азат Ғәлиуллин грантҡа лайыҡ булды. Стипендиаттар йәнә башҡорт классигының бер быуатлыҡ юбилейына Рәсәй Үҙәк банкының Монет һарайы сығарған көмөш тәңкәләр менән бүләкләнде.

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb