Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбайҙың яңы китабы донъя күрҙе.
"Тамырҙар һәм олон" йыйынтығы яҙыусының 80 йыллығы алдынан нәшер ителгән (1941 йылдың 1 сентябрендә тыуған). Әҙәби-нәфис баҫмаға башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылып сыҡҡан публицистик эштәр һәм хикәйәләр ингән. Улар 55 йыл дауамында яҙылған.
Уҡыусылар иғтибарына Шәйехзада Бабич, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Нәжиб Асанбаев, Йомабай Иҫәнбаев, Рауил Бикбаев, Таңсулпан Ғарипова кеүек билдәле яҙыусылар һәм сәнғәт кешеләре тураһында очерктар һәм мәҡәләләр тәҡдим ителә. Китапҡа хәтирәләр, ғилми тикшеренеүҙәр һәм фотоматериалдар ингән.