22 февралдә Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Бүләковҡа мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.
Сараға яҙыусының яҡындары, дуҫтары һәм фекерҙәштәре, мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре йыйылды.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмаз Сәйетов Флорид Бүләковтың республиканың әҙәбиәт һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән тос өлөшөн билдәләне:
- Бөгөн беҙ бында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләковтың хәтерен мәңгеләштереү өсөн йыйылдыҡ. Драматургтың пьесалары Рәсәйҙең 150-нән ашыу театрында ҡуйылды, һәм бөгөнгө көнгә тиклем уның әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр илебеҙ сәхнәләрендә ҙур уңыш менән бара. Мәҙәниәт министрлығы исеменән мемориаль таҡтаташ асыуҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәм. Был бик ҙур һәм кәрәкле эш.
Буласаҡ яҙыусы 1948 йылдың 23 февралендә Башҡортостандың Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң армияла хеҙмәт итә. 1969-1973 йылдарҙа Флорид Бүләков Мишкә районы Мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы «Эрвея» халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштора һәм уға етәкселек итә.
Драматургтың тыуған төйәгендә лә уның юбилейына арналған саралар уҙа. Ошо хаҡта һөйләргә һәм Флорид Миңлемулла улын иҫкә алырға уның яҡташтары килгәйне.
- Мишкә районы яҡташын хәтерләй һәм уны хөрмәтләп иҫкә ала. Беҙҙә Флорид Бүләков оҙаҡ йылдар "Эрвея" халыҡ ансамбле етәксеһе булып эшләгән район Мәҙәниәт һарайы бинаһында мемориаль таҡтаташ асылды. Мишкә ауылындағы 1-се лицей яҙыусының исемен йөрөтә. Экспонаттар иҫәбендә - яҙыусының беҙгә туғандары тапшырған шәхси әйберҙәре. Ошо көндәрҙә уның Флорид Бүләков әҫәрҙәрен өс томлыҡ баҫмаға тапшырғаны өсөн Светлана Закир ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Мишкә районы халҡы исеменән был сараны ойоштороусыларға яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштергәндәре өсөн рәхмәт әйтәм, - тине Мишкә районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Лариса Александрова, - Бөгөн район Үҙәк китапханаһында йолаға әүерелгән "Бүләков уҡыуҙары" үткәрелә. "PROКультура" порталында сараның трансляцияһы күрһәтелә, теләгән һәр кем онлайн форматтағы сараға ҡушыла ала.
Флорид Бүләков - "Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?", “Баллы ай”, “Атылған өйөр”, “Онотолған доға”, “Бибинур, ах, Бибинур”, “Таштуғай”, “Ярангөл” һәм башҡа утыҙҙан ашыу драма һәм трагедия, комедия авторы. Ул шулай уҡ Башҡортостан халҡы яратып ҡабул иткән "Ай ҡыҙы" нәфис фильмы, "Арҡайым сере" картинаһының сценарийын яҙҙы. Флорид Бүләковтың әҫәрҙәренә кинәйәлелек, метафоралылыҡ һәм символика хас. Пьесалары бихисап телгә тәржемә ителгән. Драматург һуңғы көндәренә тиклем әүҙем йәмәғәт тормошо алып барҙы, ижад менән шөғөлләнде.
Драматург Рәлиф Кинйәбаев үҙенең ҡәләмдәшен юғары мәҙәниәтле кеше булараҡ иҫкә алды. Иҫән сағында бер генә китабы ла нәшер ителмәне, ләкин уның әҫәрҙәре тураһында бөтөн ил белде, тип билдәләне.
- Ул, ысынлап та, бик тыйнаҡ кеше булды. Бер китабын да баҫтырманы, уның әҫәрҙәре әҙәби альманахта ғына донъя күрҙе. Шуға күрә уның өс томлығын сығарыу беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Был китаптың барлыҡҡа килеүен күрҙем, рәхмәт һеҙгә, Светлана Закир ҡыҙы, һеҙ әҙәбиәт һәм театр һөйөүселәргә ҙур бүләк эшләнегеҙ, - тине Рәлиф Мөстәҡим улы.
Яҙыусының хәләл ефете Светлана Бүләковаға һәм Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмаз Сәйетовҡа иҫтәлекле таҡтаташты асыу хоҡуғы бирелде.
- Беҙҙең ғаилә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығына, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына, мемориаль таҡтаташ авторы, скульптор Хәлит Хәлим улы Ғәлиуллинға, шулай уҡ был иҫтәлекле сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла был проектты тормошҡа ашырғандары өсөн ҙур рәхмәтен белдерә. Тормош иптәшем Флорид Миңлемулла улына 75 йәш тулыр алдынан беҙ иҫтәлекле таҡтаташ асабыҙ, тимәк, уның рухы беҙҙең менән бергә. Был йортта Флорид Бүләков 19 йыл йәшәне, бында уның дуҫтары, фекерҙәштәре, яҙыусылар, режиссерҙар, актерҙар килер булды. Бында ул үҙенең әһәмиәтле әҫәрҙәрен яҙҙы, һәм ошо йорттан ул мәңгелеккә китте. Ул һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк! Был яҡты иҫтәлек, уның иҫтәлегенә һөйөү һәм хөрмәт өсөн барыһына ла рәхмәт! - тине Светлана Бүләкова.