13 сентябрҙә Өфөлә «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың милли әҙәбиәтте һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән өлөшө» тип аталған Бөтә Рәсәй конференцияһы үтә. Сара әҙибәнең 75 йәшлек юбилейына арнала.
«Торатау» конгресс-холында үтәсәк сарала республика етәкселеге, ғалимдар, музейҙар, китапхана һәм театр белгестәре, Рәсәй төбәктәренән вәкилдәр ҡатнаша.
Конференцияла фекер алышыуҙың төп темаһы – яҙыусының тормошон һәм ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәренең художестволы, жанрлы, лексик-стилистик үҙенсәлектәре, шулай уҡ һүҙ оҫталарының тормошон һәм эшмәкәрлеген өйрәнеү буйынса музейҙарҙың традициялары һәм инновациялары. Конференция эше пленар өлөштән һәм ике тематик секциянан торасаҡ: «Т.Ғарипованың тормошо һәм ижады. Уның әҫәрҙәренең художество үҙенсәлектәре», «Һүҙ оҫталарының тормошон һәм эшмәкәрлеген өйрәнеү буйынса музейҙарҙың һәм белем биреү учреждениеларының традициялары һәм инновациялары». Унда ҡатнашыусыларҙың докладтары йыйынтыҡта баҫылған.
Сараны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Милли әҙәбиәт музейы, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, Яҙыусылар союзы, «Әҙәбиәт. Музей. Мәҙәниәт» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма ойоштора.
Таңсулпан Ғарипова - күренекле прозаик, драматург, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, ул бөтә ғүмерен халҡына, республикаһына хеҙмәт итеүгә арнаны. Уның әҫәрҙәре стиль үҙенсәлеге, һутлы халыҡ теле, һынлы сәнғәт сараларының байлығы менән айырылып тора. Яҙыусы үҙенең «Бөйрәкәй» китабы өҫтөндә ете йыл самаһы эшләне, һуңыраҡ ул пенталогияға әүерелде. Ул башҡорт әҙәбиәтендә сағыу һәм үҙенсәлекле күренеш булды. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихы һүрәтләнә, изгелек менән яманлыҡ араһындағы мәңгелек көрәш яҡтыртыла, башҡорттарҙың иҫтә ҡалырлыҡ, сағыу образдары булдырыла.