19 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Валиди исемендәге милли китапханаһында «ББ: Бажов һәм башҡорттар» проектының исем туйы үтә. Проекттың авторы - Екатеринбург ҡалаһынан «Беҙ бергә» мәҙәни проекттар һәм башланғыстар үҙәге директоры Светлана Ҡолмырҙина. Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Павел Бажовтың бер нисә әкиәте («Алтынсәс», «Ҡояшлы таш», «Ҡарт тауҙар бүләге») урыҫ һәм башҡорт халыҡтарының туғандарса дуҫлығы идеяһы менән һуғарылған. «Алтынсәс» әкиәтен рус һәм башҡорт телдәрендә баҫтырыу йәштәргә Рәсәй мәҙәниәтенең күп милләтле асылын күрһәтә, милләт-ара ғаиләләрҙәге балаларҙа башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уята.
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Валиди исемендәге милли китапханаһы проектты тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индергән – “Алтынсәс” әкиәтенең башҡорт телендәге тексын тапшырған, уны 1951 йылда Нәжиб Иҙелбай тәржемә иткән.
Исем туйында Өфөнөң белем биреү учреждениелары уҡыусылары ҡатнашасаҡ.
Сараны уҙғарыу урыны: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4 (башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү залы).
Иртәнге сәғәт 10-да башлана.