Милли кейемдәр парады һәм халыҡтар әйлән-бәйләне - Фольклориадала ҡатнашҡан илдәр, халыҡтар вәкилдәре түҙемһеҙләнеп көткән сара ине. 57 илдең вәкилдәре береһенән-береһе сағыу милли, сәхнә кейемдәрендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан ҡуҙғалып китте. Урамдың ике яғынан Өфө халҡы, ҡала ҡунаҡтары теҙелеп баҫҡан, халыҡтың байтағы – милли кейемдәрҙә. Тамашасылар, ҡатнашыусылар күңелдәренең бар йылылығын бирергә теләп, яндарынан йырлап-бейеп үткән артистарҙы сәләмләне, урынында түҙмәй тыпырланы.
Өфө урамдары төрлө ғөрөф-ғәҙәтле, төрлө телдәрҙә һөйләшкән кешеләрҙе бер тулҡынға – дуҫлыҡ, татыулыҡ, туғанлыҡ хисенә көйләне, был хис, урамдарға һыймай, күктәргә ашты. Иҫ киткес берләшеү, бер йәнгә әйләнеү күренешенә шаһит булған күңелдәр аңлатып булмаҫлыҡ тулҡынланыуға, шул уҡ мәлдә ғорурланыуға тулышты.
“Беҙгә бер ниндәй ҙә янъял, ыҙғыш кәрәкмәй. Беҙ берҙәм һәм татыу йәшәргә теләйбеҙ!” – тигәйне CIOFF Президенты Филипп Боссан. Парадтағы рухи берҙәмлек байрамы шуны иҫбат итте.
4 июлдә донъяның 57 иленән 71 милләт вәкилдәре ҡатнашҡан сағыу парад ике донъя рекордын ҡуйҙы! Ул “Торатау” конгресс-холының амфитеатрында дуҫлыҡ бейеүе менән тамамланды.