Өфөлә билдәле композитор һәм педагог Айрат Ҡобағошов вафат булды

Өфөлә билдәле композитор һәм педагог Айрат Ҡобағошов вафат булды

Өфөлә билдәле композитор, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Ҡобағошов 72-се йәшендә ауырып донъя ҡуйҙы. 

Айрат Ҡобағошов башҡорт композиторҙар мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе булды. Ул — опера, симфоник, хор, камера-интсрументаль һәм камера-вокаль әҫәрҙәр, халыҡ уйын ҡоралдары оркестры өсөн әҫәрҙәр, драма спектаклдәренә һәм киноға музыка, бик күп йырҙар авторы.

Уның тормошо һәм ижады башҡорт халҡының музыка мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү эшмәкәрлеге менән айырылғыһыҙ бәйле. Композитор 1950 йылдың 1 февралендә Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында тыуған, бала сағы ла ошонда үткән. 1976 йылда баян һәм ҡурай класы буйынса Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Һуңынан Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка һәм композиция теориялары кафедраһында профессор Заһир Исмәғилев класында уҡый.

Ошо йылдарҙа Айрат Ҡобағошов ҡыллы квартет өсөн сюита, ағас тынлы уйын ҡоралдары өсөн квинтет, фортепиано өсөн соната, «Ғилмияза» симфоник поэмаһын, Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙарына йыр циклын яҙа. Ғ. Сәләмдең «Шоңҡар» поэмаһы буйынса лирик-романтик опера уның диплом эше була.

Айрат Ҡобағошовтың ижади эшмәкәрлегенең тәүге этаптары Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостан радиоһы менән бәйле.1982 йылдан ул Өфө дәүләт сәнғәт институтының фольклор кабинеты мөдире булып эшләй. 1986 йылдан Айрат Миңлеәхмәт улының композиция кафедраһында уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге башлана, һуңынан ул башҡорт музыкаһы һәм фольклоры кафедраһында уҡыта. Бында композитор традицион музыка башҡарыу кафедраһын, башҡорт музыкаһы факультетын ойоштора, кафедра мөдире һәм декан булып эшләй. 1989 йылдан — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Композиторҙар союзы ағзаһы.

Айрат Ҡобағошовтың төп ҡыҙыҡһыныу өлкәһе — композитор эшмәкәрлеге. Уның «Шоңҡар» операһы, Рәшит Назаровтың шиғырҙарына «Тауҙар тураһында уйланыу» хор поэмаһы, Сафуан Әлибаевтың һәм Яҡуп Ҡолмойҙоң шиғырҙарына вокаль циклдары киң танылыу яуланы.

Күп йыллыҡ емешле композитор һәм уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге, башҡорт музыка мәҙәниәтен әүҙем пропагандалағаны өсөн Айрат Ҡобағошов «Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» һәм «Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Композиторҙың исеме «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» энциклопедияһына индерелгән.

"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталы туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb