Башҡортостандың халыҡ рәссамы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәмил Килмәмәтов яратҡан шөғөлөнә 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышланы.
Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылында тыуып үҫкән фотограф 2004 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлеге рәйесе вазифаһын башҡарҙы. Фотоһүрәттәр аша ул республика тормошон, уның шәхестәрен, мөһим сараларҙы күрһәтте. Һәләтле фото оҫтаһы Европа илдәрендә йәшәүселәрҙе Башҡортостандың хозур тәбиғәте, бай тарихы менән таныштырҙы.
Рәмил Исмәғил улының фотоһүрәттәренән Мәскәүҙә, Баҡыла, Минскиҙа, Истанбулда, Римда, Парижда, Дрезденда, Берлинда һәм башҡа төбәктәрҙә шәхси күргәҙмәләр ойошторолған.