Башҡортостандың Милли музейында ғәҙәти булмаған «Бөрйән бал ҡорто» күргәҙмәһе асыла. Проекттың төп героиняһы - Бөрйән районының ғына түгел, бөтә республиканың төп символына әүерелгән бөрйән бал ҡорто. Экспозицияла һынлы сәнғәт, графика, фото һәм скульптура өлгөләре тәҡдим ителә.
Бөтә халыҡтарҙа ла бал ҡорто - эшһөйәрлек, именлек, ғаилә һәм коллектив бәхет символы, ә бал ҡорто күсе һәр кемдең үҙ урыны һәм бурысы булған идеаль йәмғиәт өлгөһө булып тора. Шул уҡ ваҡытта бөрйән бал ҡорто - үҙенсәлектәре буйынса уникаль бал ҡорто. Урал тәбиғәтенең ябай булмаған шарттарында йәшәп, бал ҡорто һыуыҡҡа бирешмәҫкә һәм сыҙамлы булырға өйрәнгән.
Проекттың авторы – Рәсәй художество академияһының почетлы ағзаһы, Рәсәй Рәссамдар ижади союзы ағзаһы, Рәсәйҙең Почёт ордены кавалеры, сәнғәт магистры Евгения Васильева. Уның әҫәрҙәре Пьер Карден (Франция), Татарстан Республикаһының Дәүләт һынлы сәнғәт музейы, Гибеллин ҡалаһының (Италия) хәҙерге заман сәнғәте музейы, Кальтаджироне ҡалаһының (Италия) Епархия музейы, Ибраһим Кодра фонды (Швейцария) коллекцияларында, шулай уҡ донъяның төрлө илдәрендә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
«Гүйә, Евгения Васильева бөрйән бал ҡорто хаҡында тулыһынса белә һәм, Башҡортостан халҡы кеүек үк, уның һирәк матурлығы, уның абруйы менән һоҡлана, - тип билдәләй сәнғәт белгесе Светлана Игнатенко. - Васильева әҫәрҙәре башҡорт далаларын бал ҡорто осошо бейеклегенән күреү мөмкинлеген бирә. Уларҙың сағыулығың күреп, донъялағы бөтә буяуҙар башҡорт далаһына иретеп йәбештерелгән, тигән тойғо барлыҡҡа килә!».
Күргәҙмә 1 февралдә асыла.
Проект Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының сәнғәт факультеты, Санкт-Петербургтағы Сәнғәт академияһының ғилми-тикшеренеү музейы ярҙамында тормошҡа ашырыла.