14 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Ҙур сәхнәһендә театрыбыҙҙың алдынғы актерҙарының береһе, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы Фидан Ғафаров үҙенең юбилейын билдәләне.
Был көндө юбиляр адресына бик күп телеграмалар килде, матур теләктәр һәм йылы һүҙҙәр әйтелде. Улар араһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың телеграммаһы ла бар ине:
“Хөрмәтле Фидан Сафа улы! Һеҙҙе ысын күңелдән күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлайым! Һеҙҙең ижади биографияғыҙ республиканың театр һәм музыкаль сәнғәтенә күп йыллыҡ хеҙмәтегеҙҙең сағыу өлгөһө булараҡ тәрән ихтирам уята. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, әүҙем оҙон ғүмер һәм иң изге теләктәр теләйем. Ихтирам менән, Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров”.
Шулай уҡ ҡотлау телеграммалары Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтан, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаевтан, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевтан, Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушевтан һәм башҡа бик күп ойошмалар, театрҙар һәм күренекле шәхестәрҙән килде.
Көндөҙ юбилярҙы ҡотларға тип Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйес урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева, Дүртөйлө районы Хакимиәте башлығы Риф Йосопов килде. Шулай уҡ Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрынан коллегалары Рәсәйҙең атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ артисткаһы Рузия Мотиғуллина һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Венера Шакирова, яҡын дуҫтары, яҡташтары һәм туғандары ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Кискеһен «Бәхет хаҡы» бенефис спектакле үтте, унда юбиляр Зариф ролен башҡарҙы. Тамаша залында оҙаҡ ҡына алҡыштар тынманы, зал йылмайыуҙар һәм йылы һүҙҙәр менән тулы ине. Тамашасылар юбилярҙы ебәрергә лә уйламаны! Туған коллективы исеменән театр директоры Иршат Фәйзуллин һәм баш режиссер Айрат Әбушахманов Фидан Сафа улына оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, яңы ролдәр теләне.