Уҙған ял көндәрендә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында «Башҡорт йыры» юбилей телевизион фестиваль-конкурсының гала-концерты уҙҙы.
Ун йыл эсендә проектта 5000-дән ашыу йырсы ҡатнашты, Башҡортостандың алтын фонды өсөн 3000 йыр яҙҙырылды.
Быйыл «Башҡорт йыры» фестиваль-конкурсының Гран-прийын жюри ике ҡатнашыусыға тапшырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Гөлшат Ғирфанова һәм ир-егеттәрҙән Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Азат Юлдыбаев еңеү яуланы. Улар ҡиммәтле таштарҙан статуэтка, «Ҡарағай» республика шифаханаһына юллама һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр менән баһаланды.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, быйыл телепроектта 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдерҙе, финалға иң яҡшы 19 башҡарыусы сыҡты.
«Башҡорт йыры» гала-концертының телевизион версияһын «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» тамашасылары яңы йыл төнөндә ҡарай аласаҡ.