Башҡорт дәүләт университетында аҫаба халыҡтар телдәрен һаҡлауға, Башҡортостан Республикаһының — 100, вуздың 110 йыллығына арналған халыҡ — ара телдәр фестивале үтте.
Сарала Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән 436 делегат ҡатнашты. Республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башланғысы менән аҫаба халыҡтар телдәре фестивале быйыл 7 се тапҡыр үткәрелә. Мәҙәни-ағыртыу сараһының төп маҡсаты донъялағы телдәрҙең төрлөлөгөн күрһәтеү.
Фестиваль сикәтрендә 15 секция ойошторолған. Быйыл телдәр фестивалендә республика вуздарынан ғына түгел, Башҡортостандың 22 ҡала һәм районынан уҡыусы балалар ҡатнашты.