Өфөлә "Халыҡтың этно-күңеле" халыҡ-ара ижади проектының заманса сәнғәт күргәҙмәһе асылды

Өфөлә "Халыҡтың этно-күңеле" халыҡ-ара ижади проектының заманса сәнғәт күргәҙмәһе асылды

"Халыҡтың этно-күңеле" халыҡ-ара ижади проекты 2020 йылда Межгорье ҡалаһының 1-се балалар сәнғәт мәктәбенең бүлек мөдире, "АпRТа" өлгөлө галереяһы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының һәм Ҡаҙағстан Республикаһының мәғариф отличнигы, Халыҡ-ара педагогтар союзы ағзаһы В.В. Шаповалов башланғысы менән булдырыла.

"Этно – ул үҙенсәлекле маяҡ, ул беҙҙең тамырҙар, күп милләтле дәүләткә ингән һәр халыҡтың генетик коды. Хәҙер Рәсәй йәмғиәтендә төрлө халыҡтың үҙ тамырҙарына, үҙ асылына ҡайтырға ынтылыуы күҙәтелә"... - тип иҫәпләй Виталий Шаповалов.

Виталий Викторович проект өсөн Рәсәй ҡалаларынан һәм башҡа территориаль берәмектәрҙән 70 авторҙың ике йөҙҙән ашыу эшен туплаған. Өфөләге күргәҙмәгә 45  рәссамдың эштәре һайлап алынған. Тамашасылар ижадтағы төрлө стилдәге йүнәлештәр һәм тенденциялар, шулай уҡ рәссамдарҙың төрлө алымы менән танышасаҡ.

Өфөлә "Халыҡтың этно-күңеле" халыҡ-ара ижади проектының заманса сәнғәт күргәҙмәһе асылды
Өфөлә "Халыҡтың этно-күңеле" халыҡ-ара ижади проектының заманса сәнғәт күргәҙмәһе асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb