Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исеме биреү буйынса саралар барышында 22 июлдә Республика Хәрби дан музейында Өфө моторҙар эшләү берекмәһе эшселәре коллективы менән осрашыу уҙҙы. Унда «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе идара директоры урынбаҫары Николай Лютов, ойошманың профсоюз ойошмаһы рәйесе Владимир Супов, ойошманың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе урынбаҫары Галина Денисова, Ивановтар хеҙмәт династияһы вәкиле Юлия Строчко ҡатнашты.
Осрашыуҙа Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова стела урынлаштырырға мөмкин булған урындар менән таныштырҙы. Әйткәндәй, стела макеты һәм һәйкәлде ҡуйыу урынын халыҡ һайлаясаҡ.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһе сайтында тауыш биреү ойошторолған. Махсус комиссия 15 макет араһынан 5 проект һайлап алған.