25 майҙа Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Хужа Насретдин мажаралары» спектакленең премьераһы үтте. Ул Леонид Соловьевтың «Хужа Насреддин тураһында повесть» дилогияһының тәүге өлөшө буйынса ҡуйылды.
Спектакль алдынан Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов сығыш яһаны, ул тетарҙың 32-се ижад миҙгеле премьераларға бай булыуын билдәне һәм артистарҙы Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
Спектаклгә килгәндә, ул бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Билдәле булыуынса, Хужа Насретдин – бер урында тора белмәгән, һәр саҡ илдәр гиҙергә яратҡан шаян холҡло һәм үткер телле герой. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, кешеләр күңелендә яҡты эҙ ҡалдыра.
Сәхнә әҫәре өҫтөндә билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре эшләгән: ҡуйыусы режиссер - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мөсәлим Күлбаев, рәссам - Геннадий Скоморохов (Мәскәү), балетмейстер – Сәлимә Әминева (Ҡазан), алыш һәм трюктарҙы ҡуйыусы - Айҙар Закиров (Мәскәү), композитор - Василий Тонковидов (Һамар), вокал буйынса педагог Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нурия Мортазина, башҡортса тәржемә авторы – Башҡоротсандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов.
Актерҙар составы ла дөрөҫ һайланған. Нәғим Нурғәлин, Илсур Хәбиров, Мәғәфүр Усманов, Рәмзил Сәлмәнов, Илнур Лоҡманов, Ринат Фәтхиев, Аида Күлбаева, Шәһит Хамматов, Вадим Ҡлысов, Зәриә Мортаева, Салауат Юлдашбаев, Гүзәл Әйүпова, Ләйсән Тимерханова, Лилиә Исҡужина, Дания Ғөбәйҙуллина, Зөлхизә Абдуллина, Әбйәлил Үтәбаев үҙҙәре сағылдырған геройҙар образдарын ысын мәғәнәһендә аса алды. Буласаҡ актерҙар Урал Йосопов менән Линара Бәйетоваларҙы ла дебюттары менән ҡотларға мөмкин.
Йыр-моңло һәм ҡыҙыҡлы спектаклдән һуң тамашасылар актерҙарҙы оҙайлы алҡыштарға күмде һәм байтаҡ ваҡыт сәхнәнән ебәрмәй торҙо.