«Беҙ 70-тән ашыу ижади эш, шул иҫәптән панно, костюмдар, костюмдарға аксессуарҙар алдыҡ. Оҫталар заманса кейеҙ баҫыу алымдары файҙаланған, шул уҡ ваҡытта традицион алымдар ҙа онотолмаған. 2002 йылда Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Урал” галереяһы тарафынан ойошторолған «Аҡ кейеҙгә баҫып...» республика фольклор-хеҙмәт байрамы мөһим һәм көнүҙәк тип табылды. Үҫешеүгә йүнәлеш алып, проект бөгөн яңы ижади асыштар, техник яңылыҡтар, сағыу исемдәр менән ҡыуандыра» - тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһы мөдире Кәримә Кайдалова.