Өфөлә легендар командир тураһында «Генерал Шайморатов» романы донъя күрҙе

Өфөлә легендар командир тураһында «Генерал Шайморатов» романы донъя күрҙе

Өфөлә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, данлы генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында роман баҫылды. Китап 3,5 мең дана тираж менән «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм публицистик журналының яңы һанында тулыһынса баҫылып сыҡты. Журнал легендар комдивтың тыуған көнө алдынан донъя күрҙе.

Романдың авторы - Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы һәм Валентин Катаев исемендәге премия лауреаты Флүр Ғәлимов. Китап яҙыу өсөн уға һуғыш темаһын, уның сәбәптәрен төптәнерәк, тәрәнерәк өйрәнергә, эҙләнергә тура килгән.

«Ағиҙел» журналының әлеге һанында Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған башҡа материалдар ҙа урын алған. Атап әйткәндә, Совет майҙанында ҡуйылырға тейешле һәйкәл проекты тураһында мәғлүмәт, Рәсәй Геройы Йондоҙоноң фотоһүрәттәре.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb