Өфөлә махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә асылды

2025 йыл Рәсәй Федерацияһында – Ватанды һаҡлаусылар йылы, ә Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип аталды. Ошо исемле йылға бағышлап, бөгөн, 14 ғинуарҙа, Башҡортостан Милли музейында «Про СВОих» тигән күргәҙмә асылды. Экспозицияла Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йыйылған фотоһүрәттәр һәм видеоматериалдар тәҡдим ителә.

Күргәҙмә авторы – Башҡортостан Милли музейы хеҙмәткәре Леонид Юлдашев. Ул 2024 йылдың октябренән Рәсәйҙә тәүге «Сармат» роботлаштырылған электрон комплекстар һәм илдең Хәрби армия резервы системалары ирекле отряды составында махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

Күргәҙмәгә хәрби корреспонденттар Изабелла Либерман («Блокнот Россия») менән Дмитрий Григорьев («Аргументы и факты») 40 эше ингән. Ул фотоһүрәттәр Мелитополдә, Донецкиҙа, Мариуполдә һәм Донецк Халыҡ Республикаһы менән Луганск Халыҡ Республикаһының башҡа урындарында төшөрөлгән.

Күргәҙмәне асыу тантанаһына килеүселәргә видеоматериал да күрһәтелде, һуңынан ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәр тураһындағы документаль фильмда урын аласаҡ.

Башҡортостан Милли музейының тарихи ағартыуға, илһөйәрлек тойғоһон нығытыуға, хәҙерге ваҡиғалар тураһында дөрөҫ мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелгән эшен дауам итеү күргәҙмәнең төп маҡсаты булып тора.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, ЛДПР-ҙың Башҡортостан төбәк бүлексәһе координаторы Дмитрий Иванов, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының социаль координаторы, күргәҙмә авторының әсәһе Регина Юлдашева, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесенең беренсе урынбаҫары, Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмик мәктәбе президенты Вячеслав Аброщенко һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Рөстәм Марат улы, Леонид Юлдашевҡа оло хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ошондай илһөйәрлек рухындағы сараларҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«Һәр коллективта тыуған илен яҡларға киткән хеҙмәткәрҙәр бар, күптәребеҙҙең туғандары, дуҫтары илебеҙ яҙмышы хәл ителгән урындарҙа хеҙмәт итә. Башҡортостан Милли музейында беҙҙе яҡлау ғына түгел, ә фотоһүрәттәр аша махсус хәрби операцияһы биләмәһендәге мөхитте беҙгә оҫта еткереүсе кешене күреүебеҙгә шатбыҙ», – тип билдәләне ул.

«Про СВОих » – бөгөнгө ваҡиғаларҙы фотоға төшөрөү, дөрөҫ мәғлүмәтте сағылдырыу проекты ғына түгел, ул – гражданлыҡ позицияһы, хәрби журналистикалағы тәүге аҙымдар, тупланған ғәйәт ҙур тәжрибә, ил киләсәге өсөн борсолоу сағылышы ла.

Леонид Юлдашев, күргәҙмә илдең әлеге ваҡытта хәрби хәрәкәттәр барған яңы төбәктәренә хәрби журналист сифатында барыу һөҙөмтәһенда ойошторолдо, тип белдерҙе.

«Махсус хәрби операция донъяға ҡарашты бөтөнләй үҙгәртә һәм барыһын да үҙ урынына ҡуя. Изгелек менән яуызлыҡ, мөхәббәт менән нәфрәт, кешелеклелек һәм ҡанһыҙлыҡ араһындағы сиктәр асығыраҡ күренә. Әле Б.А.Р.С. «Сармат» составында хеҙмәт итәм. Был Рәсәйҙә хәрби интеллектуалдар һәм һынаусыларҙан торған тәүге ирекле отряд. Хәҙерге заман һуғыштары – ул технологиялар һәм зиһен алышы. Унда дошмандан өҫтөнөрәк булған кеше еңәсәк. Ул да булһа – беҙ!», – тине хәрби журналист һәм күргәҙмәне ойоштороуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт әйтте.

Күргәҙмә 23 ғинуарға тиклем эшләй.

Фотолар БР Милли музейының матбуғат хеҙмәтенән алынды.

Өфөлә махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә асылды
Өфөлә махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә асылды
Өфөлә махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb