Өфөлә Ноғман Мусиндың тыуған көнөнә арналған лекция-түңәрәк өҫтәл уҙасаҡ

Өфөлә Ноғман Мусиндың тыуған көнөнә арналған лекция-түңәрәк өҫтәл уҙасаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың халыҡ яҙыусыһы, прозаик Ноғоман Мусиндың юбилейын билдәләү хаҡындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Байрам саралары быйыл уҙғарыласаҡ. Мәҫәлән, 16 июлдә Мәжит Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейында халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 90 йәшенә арналған "Тәбиғәт һаҡсыһы" тигән лекция-түңәрәк өҫтәл ойошторола.

Ноғман Мусин — үҙ темаһын ғына түгел, үҙ стилен, уға ғына хас һүрәтләү алымдарын табыуға өлгәшкән яҙыусы. Тәбиғәт тигән ҙур социаль мәсьәләне тормоштоң киң һулышы, замандаштарҙың ынтылышлы эшмәкәрлеге менән килешле бәйләнештә биреүгә өлгәшә.

Хикәйәләре, «Зөһрә», «Төпкөлдән төшкән килен», «Аҡ юл һиңә!» һ.б. повестары, «Өҙәрем юл кешеләре», «Һайлап алған яҙмыш», «Мәңгелек урман», «Зәңгәртауҙа — аҡ болан» романдары — күптәрҙең яратып уҡыған әҫәрҙәре. Нисәмә быуын уҡыусылары уның повесть һәм романдарына һоҡланыуҙан туҡтамай. Яҙыусыға хаҡлы рәүештә республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы кеүек маҡтаулы исемдәр бирелде.

Лекция-түңәрәк өҫтәлдең үткәрелеү ваҡыты: 16 июль, 15.00 сәғәттә.
Үткәрелеү урыны: М.Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейы.
Адресы: Гоголь урамы, 28/1.
Телефон: 8 (347) 272-65-65.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb