Ошо көндәрҙә нәшриәтебеҙҙә халыҡ яҙыусыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нәжиб Асанбаевтың “Пьесалар” китабы донъя күрҙе. Был хаҡта Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте хәбәр итә.
Нёжиб Асанбаев ижад иткән әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтенең һәм театрының алтын фондына ингән һәм республика театрҙары репертуарының йөҙөк ҡашына, тамашасыларҙың яратҡан спектаклдәренә әүерелгән.
Авторҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы сығарылған йыйынтыҡҡа “Беҙгә егеттәр килде”, “Рәйсә”, “Фәйзи”, “Зәйтүнгөл”, “Яралы яҙмыш”, “Ҡыҙыл Паша”, “Миләш-Миләүшә” исемле сәхнә әҫәрҙәре тупланған.