Шәмбе көнөндә башҡаланың төрлө райондарында музыкаль флешмоб ойошторолдо. Ижади коллективтар урамдарға сығып «Шайморатов Генерал» йырын башҡарҙы.
«Артквадрат» майҙансығында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сығыш артистары яһаны. Улар ҡурай һәм баянмоңо оҙатыуында данлыҡлы композицияны бер нисә тапҡыр йырланы. Илһөйәрлек флешмобын улар республика көнөнә һәм әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға арнаны.
«Планета» сауҙа үҙәге эргәһендә ҡала мәҙәниәт һарайы һәм «Мирас» ансамбле сығыш яһаны. Ә «Ҡунаҡһарай» майҙанында тамашасылар Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын, Башҡорт үләт опера һәм балет театрын алҡышланы.