Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының ярымфиналы уҙҙы

Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының ярымфиналы уҙҙы

16 сентябрҙә Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының икенсе туры уҙҙы. Аҙаҡҡы турҙа 46 автор - талантлы әҙерләүсе оҫталар, костюмдар буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, стилистар, кейем тегеү буйынса ателье, профилле вуз студенттары ҡатнашты. Эштәрҙең презентацияһы «Торатау» конгресс-холында үтте.

Авторҙар эштәрен биш номинацияла тәҡдим итте: «Башҡорттарҙың халыҡ кейеме - реконструкция», «Башҡорттарҙың заманса авторлыҡ образы», «Балалар кейеме - реконструкция», «Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре», «Башҡорт кейеме аксессуарҙары».
 
Быйыл конкурс июлдә башланды.  12 сентябрҙән 14-нә тиклем онлайн форматта проекттың һайлап алыу туры уҙҙы. Өс көн дауамында жюри 300-ләгән ҡатнашыусының эшен баһаланы.
 
Конкуренттың икенсе туры йомғаҡтары буйынса финалға түбәндәге ҡатнашыусылар үтте:
 
 
«Башҡорт халҡының милли кейеме - реконструкция»:
 
 
1.Аллағолова Фәнүзә (Өфө)
 
 
2.Әбүбәкирова Ғәшүрә (Әбйәлил районы)
 
 
3.Әхтәмова Сәйҙә (Балаҡатай районы)
 
 
4.Амантаев Рафаэль (Өфө)
 
 
5.Вәлиева Ғәбиҙә (Ҡурған өлкәһе)
 
 
6.Ғилажева Нәйрә (Учалы районы)
 
 
7.Ғәбитова Сәриә (Ишембай ҡалаһы)
 
 
8.Искәндәрова Гүзәл (Ҡырмыҫҡалы районы)
 
 
9.Нуриманова Резида (Нуриман районы)
 
 
10.Хөсәйенова Гөлсөм (Бөрйән районы)
 
«Балалар кейеме - реконструкция»:
 
 
11.Кинйәбаева Алһыу (Өфө)
 
 
12.Миңғәлимова Фәниҙә (Өфө)
 
 
13.Шафиҡова Роза (Дыуан районы)
 
 
«Башҡорт кейеме аксессуарҙары»
 
 
14.Вәлиева Айгөл (Өфө)
 
 
15.Вәхитова Гөлнара (Силәбе өлкәһе)
 
 
16.Ғәбиҙуллина Әлфинә (Бөрйән районы)
 
 
17.Ғиниәтуллина Регина (Балаҡатай районы)
 
 
18.Исҡаҡова Элеонора (Учалы)
 
 
19.Солтанова Финзирә (Учалы районы)
 
 
«Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре».
 
20.Вәлиев Рушан (Учалы)
 
 
21.Дәүләтов Рөстәм (Өфө)
 
 
22.Махнева-Метусова Мария (Өфө)
 
 
«Башҡорттарҙың заманса авторлыҡ образы һәм стилистар конкурсы номинацияһында яңы йүнәлеш»:
 
 
23.Моталова Ильмира (Мәскәү)
 
 
24.Ручкина Светлана (Өфө)
 
 
25.Хисаметдинова Ҡояш, Данилова Анна (Өфө)
 
 
26.Бастанова Гөлназ (Өфө)
 
 
27.Ғәлинурова Руфина (Өфө)
 
 
28.Ғарифуллина Динара (Өфө ҡалаһы). 
 
Конкурстың финалы 2022 йылдың 11 октябрендә «Планета» сауҙа үҙәгендә уҙа.  Проект сиктәрендә шулай уҡ Рәсәйҙең генә түгел, Үзбәкстандың һәм Ҡырғыҙстандың иң яҡшы этно-дизайнерҙарының эштәре күрһәтеләсәк. 
 
«Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы  тәүге тапҡыр 2020 йылда уҙғарылды. Проект боронғо милли кейемгә, уның этник үҙенсәлектәренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
 
Ойоштороусылар - Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостандың Милли музейы, «Ағиҙел» Башҡортостан художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы, «Планетамолл-Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының ярымфиналы уҙҙы
Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының ярымфиналы уҙҙы
Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының ярымфиналы уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb