Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара конкурсы еңеүселәрен билдәләйәсәктәр

Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара конкурсы еңеүселәрен билдәләйәсәктәр

11 октябрҙә Өфө ҡалаһының «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсын ябыу тантанаһы уҙа. Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған проект иң яҡшы этно-дизайнерҙар коллекцияһын күрһәтеү менән тамамлана.

«Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы өсөнсө йыл рәттән ерҙең бөтә мөйөштәренән башҡорттарҙың уникаль ҡиммәттәренә - традицион милли кейемгә иғтибар йәлеп итеү өсөн оҫталарҙы, костюмдар буйынса рәссамдарҙы, дизайнерҙарҙы һәм стилистарҙы бер майҙанға йыя. Өс йыл дауамында проектта меңгә яҡын конкурсант ҡатнашты һәм 3000-дән ашыу эш тәҡдим итте.

«Ошо йылдар эсендә ғаризалар ҡабул итеп, конкурстар ойоштороп, һәләтле оҫталарҙы асыҡлап ҡына ҡалманыҡ, уларға ошо йүнәлештә башҡорт милли кейемен тегеүҙә һәм башҡа яңы ижади эштәр башҡарыуҙа ярҙам күрһәттек. Костюмдар буйынса иң яҡшы белгестәрҙе, оҫталарҙы, форсайт-сессиялар, конференциялар үткәреү өсөн Өфөлә генә түгел, сит илдә лә башҡорт ювелир биҙәүестәрен эшләү оҫталарын йәлеп итә алдыҡ. Башҡортостан Республикаһы райондарында һәм Рәсәй Федерацияһының башҡорттар күпләп йәшәгән субъекттарында тиҫтәләгән оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Шул рәүешле беҙ республика халҡының, айырыуса йәштәрҙең башҡорттарҙың милли кейеме йолаларын өйрәнеүгә, һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырҙыҡ. Конкурсанттар араһында традицион милли мәҙәниәт нигеҙендә яңы башҡорт кейеме брендтарын эшләгән йәш дизайнерҙар байтаҡ.  

Айырыуса быйыл тәүгә уҙған стилистар конкурсын билдәләп үтке килә. Заманса мода тенденциялары менән берлектә бик яҡшы эштәрҙе тәҡдим итә алдыҡ», - тип билдәләнеләр проектты ойоштороусылар.

Быйыл конкурс июлдә башланды. 12 сентябрҙән 14-нә тиклем онлайн форматта проекттың һайлап алыу туры уҙҙы. Өс көн дауамында жюри 300-ләгән ҡатнашыусының эшен баһаланы. Һуңғы турҙа 50 автор ҡатнашты. 16 сентябрҙә Өфөлә «Торатау» конгресс-холында жюри ағзалары алдында эштәрҙең презентацияһы булды.

Конкурста ҡатнашыусылар эштәрен биш номинацияла тәҡдим итте: «Башҡорттарҙың халыҡ кейеме - реконструкция», «Башҡорттарҙың заманса авторлыҡ образы», «Балалар кейеме - реконструкция», «Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре», «Башҡорт кейеме аксессуарҙары».

Жюри составына Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһы, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең танылған сәнғәт оҫталары, ғалим-этнографтары, дизайнерҙары, стилистары, танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм оҫталары инде. Жюри рәйесе - БР Милли әҙәбиәт музейы директоры, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлдәр Моратова.

Конкурсҡа йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү 2022 йылдың 11 октябренә билдәләнгән. Конкурс йомғаҡтары буйынса биш номинацияла еңеүселәр һәм Гран-при яулаусылар тәбрикләнәсәк. Гран-при яулаусы 300 000 һумлыҡ аҡсалата сертификат аласаҡ. Бынан тыш, конкурстан тыш башҡорт кейемен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға индергән айырым өлөшө өсөн махсус бүләктәр һәм дипломдар тапшырыла.

Проект шуныһы менән үҙенсәлекле: быйыл Башҡортостандың ғына түгел, Үзбәкстандың һәм Ҡырғыҙстандың иң яҡшы этно-дизайнерҙары күрһәтелә. Үзбәкстан Республикаһы исеменән ошо галереяның ижади директоры, халыҡ-ара фестивалдәрҙе һәм дефилеларҙы ойоштороусы, уларҙың кураторы, Лол Сайфи сығыш яһай. Ҡырғыҙстандан дизайнер һәм арт-менеджер, SHERDEN кейеме брендына нигеҙ һалыусы һәм «7 НЕБО» интеллектуаль-ижади союзын ойоштороусы Миррахим Опош тамашасыларға үҙенең кейем коллекцияһын тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ быйыл «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы барышында тәүге тапҡыр Свердловск өлкәһенән «Байрамлы Русь» исемле рус костюмдары коллекцияһы күрһәтелә. Сара барышында теләгән һәр кем «Тамға» конкурсы лауреаттарынан башҡорт кейеме аксессуарҙарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала. Шулай уҡ халыҡ художество кәсептәре изделиелары күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк.

Ойоштороусылар - БРМәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостандың Милли музейы, «Ағиҙел» Башҡортостан художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы, «Планетамолл-Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb