Өфөлә танылған йырсы Сәйҙә Ильясованың тәүге йыр йыйынтығын туйланылар

Өфөлә танылған йырсы Сәйҙә Ильясованың тәүге йыр йыйынтығын туйланылар

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясованың «Ғүмерҙең йәмле сағы» йыр йыйынтығының исем туйы уҙҙы. Йәмле кисә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында үтте.

«Был йырҙар, саф шишмәләр кеүек, күңел төпкөлөнән урғылып сыҡты. Уларҙың күбеһе гастролдәр ваҡытында юлда яҙылды. Йырҙарым йәшәһен һәм кешеләрҙе ҡыуандырһын өсөн уларҙы бер китапҡа тупларға хәл иттем», - тип тамашасылары менән уртаҡлашты Сәйҙә Ғәли ҡыҙы.

Йыйынтыҡҡа Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов, Ҡәҙим Аралбаев, Нияз Сәлимов һәм башҡа башҡорт шағирҙарының һүҙҙәренә яҙылған йырҙар ингән. Сәйҙә Ильясованың йыр ижадында атаһының - башҡорт шағиры, ҡурайсы Ғәли Ильясовтың һәм үҙенең шиғырҙары айырым урын биләй.

Сәйҙә Ильясованы тәүге йыр йыйынтығы менән ҡотларға уның хеҙмәттәштәре - Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары йыйылды. Әйткәндәй, быйыл Сәйҙә Ғәли ҡыҙының бында эшләй башлауына 25 йыл тула. Сәхнә оҫталары - Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Лилиә Ишемйәрова, Диана Ишниязова, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары Искәндәр Ғәзизов, Салауат Мөхәмәтйәров, Илдар Абдуллин, Алиса Жумағәлиева Сәйҙә Ильясованың йырҙарын күңел биреп башҡарҙы. Уларҙың сығыштарын балет артистары – Розалина Йәғәфәрова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Әлиә Нурғәлиева, Евгения Цыбина, ҡурайсылар - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Хәйруллин, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Салауат Хәлилов һәм баянсы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рэм Гәрәев биҙәне.

Тамашасылар башҡорт телендә рухлы йырҙар менән сығыш яһаған йәш башҡарыусылар Дилбәр һәм Ғәлиә Фәйзиеваларҙы ла йылы ҡаршы алды. Улар - Сәйҙә Ильясованың һөйөклө ҡыҙҙары. Әсә менән ҡыҙҙарҙың өсәүләп йырлауы тамашаның иң күркәм өлөшөнә әүерелде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb