Өфөлә Толстой фестивале сиктәрендә яңы пьесаны уҡыу ойошторола

Өфөлә Толстой фестивале сиктәрендә яңы пьесаны уҡыу ойошторола

"Л.Н. Толстой мираҫы" Халыҡ-ара фонды быйыл "Толстой" V Халыҡ-ара театр фестивален уҙғара. Был сара Тула өлкәһенең "Ясная поляна" усадьбаһында үтә. Программала йыл һайын 20-нән ашыу театр ваҡиғалары тәҡдим ителә: спектаклдәр, читкалар, актерҙар һәм режиссерҙар менән осрашыуҙар һ.б. Проект Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығының финанс ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең театр беренсе тапҡыр ошондай мөһим сарала ҡатнашасаҡ.

Бөйөк рус яҙыусыһы Лев Толстойҙың исеме Рәсәйҙең генә түгел, беҙҙең республиканың да тарихына "алтын хәрефтәр" менән яҙылған. Ул Башҡортостанға килеп бер нисә тапҡыр ҡымыҙ менән дауаланған. Таналыҡ йылғаһы буйында үҙ утары ла булған. Башҡорт далаларын, халҡын яратҡан, уларға ярҙам иткән. Башҡортостанды "Рәсәйҙең иң бай ерҙәренең береһе" тип атаған. Был ерҙәрҙә тыуған уй-кисерештәрен "Ильяс" һәм "Много ли человеку земли нужно?" әҫәрҙәрендә сағылдырған.

5 сентябрҙә 18:00 сәғәттә Башҡорт дәүләт академия драма театрының Ҙур сәхнәһендә "Толстой о людях. Люди о Толстом" (Я.Пулинович, С.Баженова) исемле яңы пьесаны уҡыу (рус телендә) үткәреләсәк. Ул Халыҡ-ара Толстой фестивале сиктәрендә үтә. Режиссеры - Алмас Әмиров. Рәссам — Альберт Нестеров. Музыкаль яҡтан биҙәлеш — Урал Иҙелбаев. Режиссерҙың әҙәбиәт буйынса ярҙамсыһы — Азалия Балгазина.

Актерҙар: Гөлнара Әмирова, Азат Вәлитов, Илгизә Ғилманова, Гөлмира Исмәғилева, Артур Кәбиров, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Артур Ҡунаҡбаев, Милена Сираева, Руслан Хайсаров, Гөлназ Хайсарова, Айһылыу Йомағолова ҡатнаша.

Фестиваль хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт http://tolstoyfestival.ru/ сайтында. 

Инеү ирекле. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb