Өфөлә Тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы үтте

Өфөлә Тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы үтте

«Торатау» конгресс-холында Тыуған яҡты өйрнеүселәр форумы үтте. Сарала республика һәм сиктәш төбәктәрҙән тыуған төйәге, халҡының үткәне менән ҡыҙыҡһынғандар, Башҡортостан һәм Рәсәй тарихсылары ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Урал Килсенбаев тыуған яҡты өйрнәеүселәргә Республика Башлығы Радий Хәбировтың мөрәжәғәтен еткерҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова форумға йыйылыусыларҙы тәбрикләп һөҙөмтәле эш теләне һәм һәр кемгә яңы мәғлүмәттәр, яңы тәъҫораттар теләне.

Республиканың иң яҡшы тыуған яҡты өйрәнеүселәре Хөкүмәттең һәм Дәүләт Йыйылышының рәхмәт хаттары, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төп наградаһы — «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде.

Форумда тыуған яҡты өйрәнеүселәр диалекттар, геральдика, мәғарифҡа бәйле мәсьәләләр буйынса фекер алышты.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb