Медиаүҙәктең презентацияһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Онлайн концертты республиканың төрлө нөктәләренән 25 меңдән ашыу кеше ҡараны.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залы техник һәм ижади яҡтан уникаль мөмкинлектәргә эйә, шуның өсөн ул республикала инновацион технологиялар үҫеше үҙәге була ала.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залы нигеҙендә «ДКЗ+» медиаүҙәге булдырыла. Уның төп эш йүнәлештәренең береһе – «Мәҙәниәт» милли проектының «Һанлы мәҙәниәт» федераль проекты буйынса виртуаль концерт залын үҫтереү. Республика халҡында академия сәнғәтенә һөйөү уятыу маҡсат итеп ҡуйылған. Медиаүҙәкте презентациялау сиктәрендә Башҡортостандың Милли симфоник оркестры һәм «Премьер» төркөмө сығыш яһаны.
Милли проектты ғәмәлгә ашырыу маҡсатында бәләкәй зал видеомаппинг менән йыһазландырыла. Ул һүрәттәрҙе 3Д форматында күрһәтеп тамашасыларға сағыу эмоциялар бирә. Һанлы технология ҡулланыуҙың тағы бер ыңғай яғы – хромакей зонаһы булдырыу. Ул онлайн-режимда уҙғарылған сараларға өҫтәмә мөмкинлектәр бирәсәк.
Медиаүҙәк алты йүнәлеш буйынса эш алып барасаҡ. Төп эшмәкәрлектәрҙең береһе концерт залында һәм төрлө район мәҙәни учреждениелары ойошторған сараларҙы мәғлүмәти яҡтан оҙатып барыу. Бынан тыш, онлайн трансляциялар һәләтле балаларға ҙур сәхнәгә сығыуға булышлыҡ итәсәк. Медиаүҙәк инициаторҙары әйтеүенсә, заманса йыһазландырылған концерт залында мәҙәни сараларҙан тыш, спектаклдәр ҙә ҡуйыу һәм уларҙы онлайн-форматта күрһәтеү планлаштырыла.