Өфөлә "Һуғыштың утлы һүрәте"н ҡабыҙҙылар

Өфөлә "Һуғыштың утлы һүрәте"н ҡабыҙҙылар

21 июндә, төн яҡынлашҡас, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған “Һуғыштың утлы һүрәттәре” тип аталған акцияла ҡатнашты.

Рәсәйҙә бындай сара тәүге тапҡыр 2020 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 27 миллион кеше иҫтәлегенә арнап үткәрелде. Һәр һүрәт ҡала йәки төбәктең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн күрһәтә. Акция герой-ҡалалар, хәрби дан һәм хеҙмәт батырлығы ҡалаларын, шулай уҡ беҙҙең илдә һәм сит илдәрҙәге биләмәләрҙе үҙ эсенә ала.

Башҡортостанда был акцияны “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе, “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” һәм “Еңеү ирекмәндәре” хәрәкәте ойошторҙо.

"22 июнь – Ватаныбыҙ тарихындағы иң ҡурҡыныс һәм фажиғәле биттәрҙең береһе, – тине Радий Хәбиров акцияла ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп. – 80 йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Был көндө беҙ илбаҫарҙар менән ҡаты һуғышта башын һалғандарҙы, госпиталдәрҙә алған яраларынан үлгәндәрҙе, фашист концлагерҙарында серегәндәрҙе хәтерләйбеҙ. Совет халҡы Тыуған илен бик күп кешеләрен юғалтып булһа ла алып ҡалды. Башҡортостандан фронтҡа 700 мең яугир китте. Уларҙың яртыһы кире әйләнеп ҡайтманы. Һәм беҙ улар тураһында хәтерләргә тейеш. Завод һәм колхоздарҙа еңеү өсөн тырышҡан тыл хеҙмәтсәндәрен дә иҫтән сығарырға ярамай".

Акцияла ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар иҫтәләгенә  сәскәләр һалды һәм бер минутҡа тын ҡалды.

“Һуғыштың утлы һүрәттәре” акцияһы сиктәрендә йәш гвардейцтар һәм ирекмәндәр Совет майҙанында 1418 шәм теҙеп тоҡандырған. Һуғыш та 1418 дауам иткән. Шәмдәрҙән улар Алексей Храмовтың “Генерал Шайморатов” картинаһы инсталляцияһын башҡарған. Унда Рәсәй Геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры һүрәтләнгән.

"Тап ошонда, беҙҙең төп мемориаль майҙанда, беҙ данлыҡлы комдивҡа һәйкәл ҡуясаҡбыҙ. Былтыр Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән көндө ил Президенты Владимир Путин тарихи дөрөҫлөктө тергеҙҙе һәм генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен бирҙерҙе. Был ваҡиғаны Шайморатов образын ҡаһарманлыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ өлгөһө тип иҫәпләгән бик күп республика халҡы көткәйне, – тине Радий Хәбиров. – Геройҙарыбыҙҙы һәр ваҡыт хәтерләйәсәкбеҙ.

Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, 10 июндә Өфөгә эш сәфәре менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы секретары Андрей Турчак килгән саҡта улар Совет майҙанын төҙөкләндереү мәьәләһен ҡараған.

"Беҙ “Берҙәм Рәсәй” менән берлектә киләһе Еңеү көнөнә тиклем бындағы барлыҡ төҙөкләндереү эштәрен тамамлаясаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был урын ысын мәғәнәһендә символик әһәмиәткә эйә буласаҡ. Беҙ тап ошонан Ҡораллы Көстәргә хеҙмәткә армияға саҡырылыусыларҙы оҙатасаҡбыҙ. Ошонда беҙҙең кадеттар һәм курсанттар присяга ҡабул итәсәк".

Өфөлә "Һуғыштың утлы һүрәте"н ҡабыҙҙылар
Өфөлә "Һуғыштың утлы һүрәте"н ҡабыҙҙылар

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb