Өфөнөң тимер юл вокзалында «Тере хәтер» акцияһы үтә

Өфөнөң тимер юл вокзалында «Тере хәтер» акцияһы үтә

22 июндә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған «Тере хәтер» акцияһында ҡатнаша ала. Сараны Республика Хәрби Дан музейы үткәрә.

Мәҙәни акцияла ҡатнашыусылар «Хәтер ере» күргәҙмәһе менән таныша, шулай уҡ 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған йәки фашист әсирлегендә вафат булған хәрбиҙәрҙең яҙмышын асыҡлау буйынса анкета тултыра ала.

Сараның ойоштороусылары – «Өфө» тимер юл вокзалы, БР Мәҙәниәт министрлығының Республика Хәрби Дан музейы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең БР-ҙағы төбәк бүлексәһе, «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең БР-ҙағы төбәк бүлексәһе.

Сара «Еңеү биләмәһе» халыҡ-ара проекты сиктәрендә уҙа.

Үткәреү ваҡыты: иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем.

Урыны: Өфө ҡалаһы, Вокзал эргәһе майҙаны, 3 (тимер юл вокзалы бинаһы), 3-сө ҡат.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb