Өфөнөң үҙәк ҡала китапханаһы виртуаль концерт залында "Баян шоу" тамашаһына көтә

Өфөнөң үҙәк ҡала китапханаһы виртуаль концерт залында "Баян шоу"  тамашаһына көтә

Өфө ҡалаһының үҙәк ҡала китапханаһы "Виртуаль концерт залы" проектын дауам итә. Башҡортостан сәхнәһенең иң популяр артистары ҡатнашлығындағы "Баян шоу" 2020 йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында уҙа.

Концертта Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Хәлит Фәтихов, Ғәли Алтынбаев, Рәжәп Вәдүтов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рэм Гәрәев һәм Айҙар Ҡудашев, Башҡортостан атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, Искәндәр Ғәзизов, "Иркен" гармунсылар ансамбле һәм башҡалар ҡатнаша.

Тамашала Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Азат Биксурин һәм Илшат Мөслимов башҡарыуында ҡурай һәм скрипка моңдары ла яңғырай. Халыҡ һәм эстрада йырҙарын Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Нәзифә Ҡадирова, Лилиә Фәтихова һәм Артур Туҡтағолов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Миңзифа Исҡужина, Заһир Иҫәнсурин һәм башҡалар еткерә.

Концерттың яҙмаһын ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://www.youtube.com/watch?v=lI8wMvNpcBc.

Өфөнөң үҙәк ҡала китапханаһы виртуаль концерт залында "Баян шоу"  тамашаһына көтә
Өфөнөң үҙәк ҡала китапханаһы виртуаль концерт залында "Баян шоу"  тамашаһына көтә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb