«Зөләйха күҙҙәрен аса» сериалы тамамланы

«Зөләйха күҙҙәрен аса» сериалы тамамланы

Бөгөн, 22 апрелдә, «Рәсәй 1» телеканалында «Зөләйха күҙҙәрен аса» сериалының һуңгы серияһы уҙҙы.

Фильм яҙыусы Гүзәл Яхинаның билдәле романы буйынса режиссер Егор Анашкин тарафынан төшөрөлдө. Төп ролде Сулпан Хаматова башҡарҙы.

«Режиссер Егор Анашкин үҙ бурысын үтәп кенә ҡалманы, ул сериалға ҡарағанда тулы метражлы картинаға яҡын булған ысын мәғәнәһендә «текә» фильм төшөрҙө», – тине Гүзәл Яхина.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы буйынса спектакль тәүге таҡыр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тарафынан ҡуйылғайны. Ул Рәсәйҙең «Алтын битлек» театраль премияһы баһалама комиссияһының махсус призына лайыҡ булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb