Ғәйнә ырыуы ерендә "Барҙа йыйыны" байрамын үткәреү матур йолаға әүерелде

Ғәйнә ырыуы ерендә "Барҙа йыйыны" байрамын үткәреү матур йолаға әүерелде

Быйылғы сара ошо ырыуҙан сыҡҡан милләттәшебеҙ, тарихи шәхес, олоҫ старшинаһы, башҡорт депутаты һәм сәнәғәтсе Туҡтамыш Ишбулатовтың бюсы алдына сәскә һалыуҙан башланды.

Ғәйнәләрҙең ҡор башы, Барҙа ауылының имам-хатибы Марат Мозафаров ҡунаҡтарҙы төйәктең тарихы, иҫтәлекле урындары менән таныштырҙы. Пермь крайының Барҙа районында урынлашҡан тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре башҡорт тирмәһе ҡорҙо.

Республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотлау һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. Шулай уҡ беҙҙән делегация составында Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов, Туймазынан Хаят һәм Альберт Исмаиловтар ҡатнашты. Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары сағыу сығыштары менән сараға йәм өҫтәне. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb