Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Бейеүҙең йәме» документаль кинопроекты серияларының береһендә төп герой булды. Май айында Санкт-Петербургтың «Кинооко» студияһы Өфө районындағы Зәңгәркүл буйында ҙур фильм төшөрҙө. Тамашасылар унда ансамблдең алтын фондына ингән бейеүҙәрҙе — «Гөлнәзирә»не (ҡуйыусыһы — Фәйзи Ғәскәров), «Бөрйән ҡыҙҙары»н (Хашим Мостаев), «Еҙ үксә»не (Риф Ғәбитов) тамаша ҡыласаҡ.
Рәшиҙә Туйсина башҡарыуындағы «Заһиҙә» бейеүе фильмдың сағыу эпизоды буласаҡ. Ижади төркөм танылған бейеүсенең актриса Анастасия Барашкованы башҡортса тыпырларға өйрәткәнен дә төшөргән. Рәшиҙә Туйсина менән Риф Ғәбитов башҡорт бейеү сәнғәте хаҡында һөйләне. Фильм авторҙары Учалы районына барып, ат өҫтөндә оҫта йөрөүҙе, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, кейемдәрен төшөргән.
«Рәсәй киноһы йылында ғәскәровсылар яңы кинопроекттарҙа ҡатнашып, тамашасыларҙы ҡыуандырыуын дауам итә. «Бейеүҙең йәме» фильмын интернетта ҡарарға мөмкин буласаҡ», — тип хәбәр иттеләр коллективтың матбуғат хеҙмәтендә.
Режиссер һәм продюсер Василий Щербенконың «Бейеүҙең йәме» кинопроекты бейеү мәҙәниәтенә һәм милли кейем традицияларына арналған. Ижади төркөм Үзбәкстанда, Әрмәнстанда һәм Рәсәй төбәктәрендә: Ингушетияла, Башҡортостанда, шулай уҡ илдең үҙәк өлөшөндә булған. «Милли бейеү һәм костюмдың матурлығы аша беҙ халыҡтың күңеленә үтеп инәбеҙ», — тип һөйләй фильм авторҙары. Кинотаҫма геройҙары — ингуштар, башҡорттар, әрмәндәр, үзбәктәр һәм рустар.