Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары Ярославль ҡалаһынан еңеү менән ҡайтты.
Бөтә Рәсәй балет артистары һәм хореографтары бәйгеһендә Ғәскәровсылар ике бронза миҙал яулаған. Конкурс өс этаптан торған. Тәүгеһе видеояҙма буйынса баһаланған. Икенсе һәм өсөнсө турҙа бейеүселәр Ярославль ҡалаһында сығыш яһаған.
Илдең 25 төбәгенән килгән конкурсанттар араһында Хәбир Аралбаев менән Рәмилә Ғайсина «Халыҡ – сәхнә бейеүе» номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булған.