Ғафури районының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейынан хәбәр итеүҙәренсә, күптән түгел Красноусольск Мәҙәниәт һарайының тамаша залында "Музейҙар төнө" сараһы уҙған.
Төн, сәғәт һуға, сәхнәлә экспонаттар: бай ҡыҙы, крәҫтиән малайы, крәҫтиән ҡатыны, һалдат һәм доломит (минерал) йәнләнеп, телгә килә. Уларҙың телмәренән тамашасылар һәр ҡайһыһының тарихын барланы, һәр тарих аныҡ теманы сағылдырҙы. 4 өлөштән торған "Музейҙар төнө” акцияһында тап ошолар сағылыш тапты ла инде.
Сараның тәүге өлөшө 2020 йылда Өфөлә үтәсәк фольклориадаға арналды. Алып барыусы китапханасы Динара Әхмәдова ҡунаҡтарға фольклор, уның әһәмиәте, район мәҙәниәт һарайының "Ханым” ансамбле (етәксеһе – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Зәйнешева) менән таныштырҙы. Был ансамбль тамашасыларға "Килен төшөрөү” йолаһын күрһәтте. Балаларҙың "Быҙыбыт” өлгөлө бейеү коллективы (етәксеһе – Илшат Хәбибуллин) урындағы фольклорға нигеҙләнгән "Быҙыбыт уйындары” бейеүе менән сығыш яһаны.
Икенсе өлөш Красноусол быяла заводының 265 йыллығына һәм Красноусолға арналды. Уларҙың барлыҡҡа килеү тарихына Красноусолдағы 3-сө мәктәптең элекке тарих уҡытыусыһы Татьяна Сухорукова байҡау яһаны. Презентацияла сал тарихлы быяла заводы, эшселәре һәм Красно-усол тураһында үтә лә ҡиммәтле фотоһүрәттәр күрһәтелде. Бы-йыл Октябрь революцияһының 100 йыллығы билдәләнә, өсөнсө өлөштә тап ошо хаҡта - Богоявленда төҙөлгән 269-сы полк хаҡында һүҙ барҙы.
Һуңғы өлөш Бөйөк Ватан һуғышына арналып, балаларҙы хеҙмәтләндереүсе китапханасы Елена Сәмиғуллина Ғафури районының 5 Советтар Союзы Геройы хаҡында һөйләне.