Ғафури районыныда Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың яҡты иҫтәлегенә арналған Хәтер кисәһе үтте

Ғафури районыныда Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың яҡты иҫтәлегенә арналған Хәтер кисәһе үтте

“Табын” гәзите хәбәр итеүенсә, 14 декабрҙә Ғафури районының Красноусол район мәҙәниәт һарайында мәшһүр ғалим-археолог, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының тәүге рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, академик, профессор, ғөмүмән, бөйөк шәхес Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың яҡты иҫтәлегенә арналған Хәтер кисәһе үтте.

Мәҙәниәт һарайы фойеһында бай йөкмәткеле күргәҙмәләр ойошторолған. 
Был мәртәбәле сараға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының рәйесе Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, "Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ниязбай Булатбай улы Сәлимов, тележурналист Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова, дәүләт хеҙмәте ветераны Флүр Сәмиғулла улы Ғафаров, журналист, яҙыусы Фәрит Назар улы Вахитов, апалы-энеле Өфөләге "Табын” яҡташтар йәмғиәте рәйесе Рәйлә Рәшит ҡыҙы һәм йәмәғәт эшмәкәре, һәүәҫкәр тарихсы Азамат Рәшит улы Урманшиндар, филология фәндәре кандидаты, БДПУ доценты Зөләйха Хәбибуллина, "Республика Башкортостан” рес-публика баҫмаһы бүлек мөдире Марат Мөхәмәт улы Әминев, Нияз Абдулхаҡ улының бер туған ҡустыһы Винер Абдулхаҡ улы Мәжитов, еҙнәһе, уҡытыусы-ветеран Роберт Мәғүб улы Бәширов, шулай уҡ "Боронғо Өфө” республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы Батталова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар, уҡыусылар, уҡытыусылар, районыбыҙ ауылдарынан вәкилдәр килде.

Шығырым тулы мәҙәниәт һарайының тамаша залында энә төртөр урын да булманы.
Нияз Мәжитовтың тыуған ауылы Туғайҙан булған, Сәйетбаба ауылы мәсете имамы Рәйес хәҙрәт Вахитов сараға фатиха биреп, Нияз Абдулхаҡ улы рухына Ҡөрьән аяттары уҡып доға ҡылғандан һуң, ҡурайсылар һәм йырсы Р.Ҡотдосов халҡыбыҙҙың мәшһүр "Урал” йыр-моңон яңғыратты. Сараны асып, уны алып барыусы Ғафури районы "Табын ырыуҙары” ойошмаһы етәксеһе Ғәлинур Ҡалмырҙин тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирҙе.

 Фәнзил Фәйез улы БДУ-ның тарих факультетында уҡыған ваҡытта олуғ шәхес - Нияз Абдулхаҡ улының шәкерте булыуын, тап уның археология буйынса лекцияларын тыңлау бәхетенә ирешеүен, имтихан тапшырыуы хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, уның менән ғорурланыуын белдерҙе һәм райондың социаль-иҡтисади хәленә байҡау яһаны.
-Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов Башҡортостандың күренекле ғалимдар плеядаһын үҫтереүсе булып тора. Уның менән бер рәттән Жәлил Кейекбаев, Раил Кузеев, Әнүәр Әсфәндийәров һәм башҡа ғалимдар башҡорт гуманитар фәненә нигеҙ һалдылар. Билдәле археолог, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Н.Мәжитовтың китеүенән археологияның бер эпохаһы һүнеп ҡалғандай булды. Ул Көньяҡ Уралдың боронғо ҡомартҡыларын табып тикшереүҙә, күп экспедицияларҙа ҡатнашты. БДУ студенттары менән Ғафури районының Ҡаранйылға, Туғай ауылдары янында ҡурғандар тапты һәм беҙ ҙә тарих факультеты студенттары булараҡ, уның менән ҡаҙыныу эштәрендә ҡатнаша инек. Нияз Абдулхаҡ улының һәр ваҡыт эше күп булыуға ҡарамаҫтан, барыһына ла өлгөрөргә, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора ине. Бер ваҡытта ла еңел юлды эҙләмәне. Бөгөн ғалимдың эшен ҡыҙы Әлфиә Нияз ҡыҙы дауам итә. Ысынлап та, Н.Мәжитов матур, бай һәм емешле ғүмер юлы үтте һәм тарихи фән өлкәһендә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Беҙ, уның яҡташтары, бөйөк ғалим менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ һәм исеме мәңге хәтеребеҙҙә булыр, - тине сығышын йомғаҡлап Фәнзил Фәйез улы.
Артабан һүҙ Н.Мәжитовтың арҡаҙашы, фекерҙәше Ниязбай Сәлимовҡа бирелеп, ул Н.Мәжитовтың хеҙмәттәрен барланы, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ниязбай Булатбай улы академик Н.Мәжитовтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Өфө ҡалаһында, Красноусол, Сәйетбаба, Имәндәш ауылдарында уның исемендәге урамдар булдырыу, Красноусол башҡорт гимназия-интернатына олуғ шәхестең исемен биреү тәҡдимен әйтте. 
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин һүҙ алып, Нияз Мәжитовты үҙ дәүерендә Башҡортостандың тарихын археологик ҡомартҡыларҙан, ер ҡуйынынан алып, беҙҙең ерлегебеҙҙе, бында борон-борондан йәшәгәнебеҙҙе иҫбат иткән бөйөк шәхес ул, тине.

Нияз Мәжитовтың ауылдашы – тележурналист, Имәндәш ауылында тыуып үҫкән Шәүрә Ғилманова, "Боронғо Өфө” ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Батталова, яҡташтарыбыҙ Рәйлә Урманшина, Зөләйха Хәбибуллина, Имәндәш ауылынан Рәмилә Мәхмүтованың сығыштары ла иғтибар менән тыңланды. Ҡустыһы Винер Мәжитов иһә ғаиләләге 8 бала (5 ҡыҙ, 3 малай, бөгөн 4-һе иҫән) араһында иң кесеһе һәм 77 йәштә, иң өлкәне Рауза апайҙары 97 йәштә булыуын бәйән итте, ағаһының ябай, тырыш булыуын билдәләп, уның тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Һәм ағайҙарын ошолай ололоҡлауҙары өсөн барыһына ла рәхмәт әйтте. 

"Табын ырыуҙары” йәмәғәт ойошмаһы инициативаһы, район хакимиәтенең бөгөнгө башлығы тырышлығы менән үткән сараны йомғаҡлап, Ғәлинур Ҡалмырҙин һүҙ алып: "Минеңсә, Нияз Абдулхаҡ улының шәхес масштабын, башҡарған эштәренең әһәмиәтен әле беҙ аңлап та бөтмәйбеҙ. Уның хеҙмәттәренең баһаһы киләсәктә тағы ла юғарыраҡ буласаҡ, быға иманым камил. Шуныһы ҡыуандыра, уның төп шөғөлө – археология өлкәһендәге хеҙмәтен дауам итеүселәр бар", - тине ул. Нияз Мәжитовтың яҡты исемен мәңгеләштереү йәһәтенән дә ныҡышмалы эшләргә кәрәклеген белдерҙе. Һәм шатлығы менән дә уртаҡлашты: йыйын алдынан Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры урынбаҫары үҙҙәрендә йыйылыш үткәрелеп, академик Н.Мәжитовтың исемен биреүгә бер төптән тауыш биреүҙәрен белдергән. Ғ.Ҡалмырҙин гимназияның тергеҙеләсәк китапханаһына һәм аяҡҡа баҫтырыласаҡ музейына төрлө китаптар, шул иҫәптән Н.Мәжитовтың эҙләнеүҙәренән торған эксклюзив баҫмаларҙы тапшырҙы. Һәм Нияз Абдулхаҡ улына булған сикһеҙ ихтирамын шиғыр юлдары аша әйтеп, сығышын тамамланы.
Хәтер кисәһе Ғафури Гимны менән тамамланды. Сараны район мәҙәниәт һарайы артистарының, уҡыусыларҙың, Имәндәш ағинәйҙәренең сығыштары биҙәне. 14 декабрҙә  республикала Башҡорт теле көнө билдәләнде. Сараның тап ошо көндә уҙғарылыуы ҙур мәғәнәгә эйә ине һәм районда башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе тамамланғас, мәҙәниәт һарайы фойеһында ҙурлап мөбәрәк Мәүлит байрамы уҙғарылды. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb