Байымов Роберт Нурмөхәмәт улы - башҡорт яҙыусыһы һәм әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов 1937 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1954 йылда Бишуңғар урта мәктәбен тамамлағандан һун, ул Иҫке Ҡыйышҡы һәм Биштәкә ауылдарында балалар уҡыта, унан әрме хеҙмәтенә алына.
1959—1964 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты башҡорт-урыҫ бүлегендә уҡый. Университетты «ҡыҙыл» дипломға тамамлай һәм Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһына ебәрелә. 1968 йылда ул «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 1983 йылда Роберт Байымов шул уҡ Мәскәү университетында докторлыҡ диссертацияһын да уңышлы яҡланы. Һуңғы йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт университетында башҡорт әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләне, профессор.
Әҙәбиәт менән Роберт Байымов студент йылдарында ук шөғөлләнә башланы. Очерктары, мәҡәләләре ваҡытлы матбуғатта күпләп баҫылды. 70-се йылдарҙа унын ижады йәнә яңы йүнәлеш алды — күп һанлы хикәйәләре, «һуңлап килгән моң», «Һалдат булып ҡайтырбыҙ» исемле повестары донъя күрҙе. Роберт Байымов «Өлгөргәнлеккә аҙым», «Ижади биҙәктәр». «Эҙләнеүҙәргә сик юҡ», «Жанр яҙмышы», «Башҡорт тарихи-революцион романы», «Сарсау», «Бикле хазина» кеүек Өфөлә һәм Мәскәүҙә нәшер ителгән тиҫтәгә яҡын китап авторы. Ул балалар өсөн дә мауыҡтырғыс әҫәрҙәр яҙа. 1997 йылда баҫылып сыҡҡан «Сыбар шоңҡар» китабы өсөн С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.