Башҡортостанда Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика Ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Йыл да уҙғарылып килгән сара 18-19 майға тәғәйенләнгән, бәйге Октябрьский ҡалаһында үтәсәк.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Мәғариф министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте, Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы.
Конкурс һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт халыҡ ҡоралына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнауҙың иң яҡшы халыҡ йолаларын пропагандалау, профессиональ башҡарыусылар һәм коллективтар, ҡатнаш башҡарыусылар составы өсөн яңы ҡурайҙа уйнау мөмкинлектәрен асыу маҡсатында үткәрелә.
Бәйгелә яңғыҙ башҡарыусылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре ҡатнашыу мөминлегенә эйә. Конкурс 2 турҙа уҙа: 12 йәшкәсә, 12-16 йәштәрҙә, 16 йәштән өлкән категориялар араһында.
Бәйге шарттары буйынса оҙон көй һәм ҡыҫҡа көй башҡарырыға кәрәк буласаҡ. 16 йәштән өлкән ҡурай класы буйынса урта һәм юғары һөнәри белеме булған яңғыҙ башҡарыусыларт өсөн талаптар юғары ҡуйылған: билет буйынса оҙон көй уйнарға тейеш буласаҡтар.
Бәйгеселәрҙе күренекле ҡурайсылар, сәнғәт оҫталары, ғалим-фольклорсылар, халыҡ сәнғәтен белеүселәр әһелдәренән торған жюри баһалаясаҡ.
Ғаризалар Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2 адресы буйынса йәки Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50.