Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһында 11 октябрҙә Башҡорт мәҙәниәте көнө үтә.
"Аҡбуҙат" башҡорт этномәҙәни үҙәге етәксеһе Урал Аҙнабаев хәбәр итеүенсә, Ҡаҙағстанда йәшәгән башҡорттар ошо рәүешле Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләй.
Матур концерт программаһы һәм бай күргәҙмә әҙерләнә.