Ағымдағы йылдың 15 октябрендә Башҡортостанда йыл һайын уҙғарылып килгән «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсы башлана.
Бәйгелә республика райондарынан һәм ҡалаларынан, Рәсәй төбәктәренән һәм БДБ илдәренән йәмәғәтселәр, активистар һәм инициативалы профессиональ ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашыу хоҡуғына эйә.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 15 ғинуарға тиклем урындарҙа район һәм ҡала этаптарын уҙғарыу күҙаллана. 1 февралдән муниципаль этаптарҙа еңеүселәрҙе республика финалына һайлап алыу башлана. Бүләкләү тантанаһы менән финал сараһын 5 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткәрергә ҡарар ителгән.
Эштәр 10 артыҡ номинация буйынса баһаланасаҡ. Сара алдынан башта форум уҙғарыласаҡ. Тарихыбыҙҙа яҡты эҙ ҡалдырған күренекле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын хәтергә алынасаҡ.
Өсөнсө «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсы финалы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналып уҙғарыла. Конкурс еңеүселәренә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһе ойошторған Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал тапшырыла.