26 майҙа Өфөлә «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе барышында Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәгенән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән килгән башҡарыусылар ҡатнашлығында «Ҡобайыр-шоу» этноконцерты үтә.
Бер сәхнәлә Алтай, Башҡортостан, Дағстан, Яҡутстан республикаларынан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡытай, Ҡырғыҙ, Малайзия, Үзбәкстан илдәренән сәсәндәр сығыш яһай.
Килгән ҡунаҡтарҙан тыш, сараны төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы Зәйнетдин, «Елмәрҙәк» этно-төркөмө (Белорет районы), «Юлдаш» халыҡ вокаль-инструменталь төркөмө (Салауат районы) биҙәйәсәк.
Сара Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда үтәсәк.
Концерт киске 6-ла башлана.
Ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостандың муниципаль берәмектәре, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.