Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
«Ҡурай байрамы» күрше төбәктәрҙе яулай
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 24 ноябрь 2016
«Ҡурай байрамы» күрше төбәктәрҙе яулай
«Ҡурай байрамы» Башҡортостандан ситкә сыға. Тәүгеләрҙән булып фестиваль Ырымбур өлкәһендә уҙғарыла. Сараны Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ойоштора.
28 ноябрҙә М.Горький исемендәге Ырымбур драма театрында ҙур концерт уҙа. Сәхнәлә Башҡортостандың халыҡ артистары Азат Айытҡолов һәм Римма Амангилдина, Рәсәй Ҡурайсылар союзы рәйесе Артур Ғайсаров, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе Марсель Ҡотоев, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө һәм Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры сығыш яһай.
Байрам барышында Ырымбур ҡалаһының Н.Крупская исемендәге китапханаһында тарихтың һәм мәҙәниәттең мөһим мәсьәләләрен, урындарҙа башҡорт этносын артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшереү өсөн тарихсылар, этнографтар, генеалогия өлкәһендәге белгестәр ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үткәреү ҡаралған. Ошонда уҡ «Башҡортостан» киностудияһының фильмдары күрһәтелә. Тамашасылар «Бал әсеһе», «Күңел йыры», «Тере шишмә» кинотаҫмаларын һәм «Ай һәм Урал тауҙары нисек барлыҡҡа килгән» йәнһүрәтен ҡараясаҡ.
Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә һәм Пермь крайында ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
6 декабрҙә фестивалде Пермь ҡалаһы, 8 декабрҙә — Магнитогорск, 9 декабрҙә — Силәбе, 10 декабрҙә Мейәс ҡабул итә. Ҡурай байрамы Ҡурған ерендә тамамлана.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө