"Ҡурай даны" республика телевизион премияһы булдырылды

"Ҡурай даны" республика телевизион премияһы булдырылды

«Ҡурай-ТВ» - башҡорт телен һаҡлау һәм пропагандалау, халыҡ традицияларын үҫтереү маҡсатында ойошторолған Башҡортостан юлдаш телевидениеһының берҙән-бер музыкаль һәм күңел асыу каналы. Эфирҙа тәүлек әйләнәһенә өр-яңы клиптар, сағыу тамашалар, тәрән йөкмәткеле тапшырыуҙар, телевидениеның алтын фондында һаҡланған ретро йырҙар, спектаклдәр һәм телесериалдар бара. Рухты нығытҡан, йәшәү көсөн арттырған, дәрт-дарман өҫтәгән, милләт данына әүерелгән «Ҡурай» йыр-моң каналы 2018 йылдың 4 февралендә тарихта беренсе тапҡыр «Ҡурай даны» республика телепремияһын булдырҙы. Премияға «Ер кешеһе», «Һөнәр оҫтаһы», Эшлекле ханым», «Йыл меценаты», «Ҡул оҫтаһы», «Миһырбанлы ғаилә», «Ижади ғаилә», Ҡәләм оҫтаһы», «Йыл йырсыһы», «Иң шәп клип төшөрөүсе» тигән номинациялар индерелде. Номинаттарҙың исемдәрен жюри ағзалары ҡараусыларҙың заявкалары буйынса, шулай уҡ геройҙарҙың ҡаҙаныштарына һәм һөнәри уңыштарына ҡарап билдәләне.

Проектың киләһе туры – телевизион тур. «Ҡурай-ТВ» каналы йыл дауамында номинанттар тураһында тапшырыу күрһәтәсәк. Еңеүселәрҙе тамашасы СМС-тауыштар ярҙамында билдәләйәсәк.

Гала-концерт 2019 йылдың февралендә планлашыртырыла. Еңеүселәргә исемле миҙалдар, ҡиммәтле бүләктәр һәм аҡсалата премия тапшырыласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb