Ҡурсаҡтар күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ!

Ҡурсаҡтар күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ!

Яңы йыл каникулдары мәлендә Өфө ҡалаһының Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге йорт-музейында барған “Өләсәйем һандығынан ҡурсаҡтар” исемле  күргәҙмәһенә бармай ҡалмағыҙ. Күргәҙмәлә ҡулдан эшләнелгән ҡурсаҡтар һәм уйынсыҡтар тәҡдим ителгән.

Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан килгән 20 рәссамдың ҡул эштәре менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ.
Ҡурсаҡтарҙың ниндәйе генә юҡ: йөндән бәйләнгәне, төрлө ептәрҙән эшләнгәне, кейеҙҙән баҫылғаны, ҡағыҙҙан яһалғаны. Барыһы ла матур, нәзәкәтле, кескәйҙәрҙе генә түгел, хатта ололарҙы хайран итерлек!

Ҡурсаҡ күргәҙмәһенең темаһы-ауыл тормошо, бала-саҡ, өләсәйҙәр һөйләгән әкиәттәр һәм йолалар.

Иҫегеҙгә төшөрөп уҙайыҡ, күргәҙмә 2017 йылдың ғинуар аҙағына тиклем дауам итә.

АДРЕСЫ:  Өфө ҡалаһы, Яңы күпер урамы 20, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге йорт-музей,

тел. +7 (347) 272-65-43

Күргәҙмәнең эш ваҡыты:
3,4,5,6,8 ғинуар:  11.00 -18.00

Ял көндәре: 1,2,7 ғинуар

10 ғинуарҙан алып  музей әүәлге көн тәртибендә эшләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb