Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Ҡыҙыҡлы осрашыу
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 17 ноябрь 2016
Ҡыҙыҡлы осрашыу
Район Мәҙәниәт йортоноң Мәкәш филиалында тыуған ауылында егерме йылдан ашыу киномеханик булып эшләгән «Рәсәйҙең Почетлы кинематографисы» Миннур Ҡотләхмәт ҡыҙы Фазлыева менән осрашыу үтте.
Ҡунаҡты фойела филиал хеҙмәткәрҙәре, ветеранды тәбрикләү, хәтирәләре менән уртаҡлашыу өсөн осрашыуға килгән ауылдаштары ҡаршыланы. Миннур Ҡотләхмәт ҡыҙы яуаплы, намыҫлы һәм тырыш хеҙмәткәр була, фиҙакәр хеҙмәте рәхмәт хаттары, почет грамотлары менән билдәләнә. Ул Мәкәш ауылында тыуып үҫә. Ғаилә ҡороп, тормош иптәше менән иңгә-иң терәп, татыу ғүмер кисерәләр. Ире Рәис Әхиәр улы ла, яҡындары ла уның терәге, ярҙамсылары була. «Эшемде ҙур теләк менән башҡарҙым, - тип хәтирәләргә бирелә Миннур Ҡотләхмәт ҡыҙы. – Кешеләр быны тойоп, һәр яҡлап ярҙам итергә тырыштылар, юл асырға, кинобудканы йыйыштырырға, иғландар йәбештерергә булыштылар. Ошо изгелектәре өсөн ауылдаштарыма рәхмәтлемен».
Мәкәш урта мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы Айһылыу Хәмиҙуллина осрашыуҙан алған тәьҫораттары менән бүлешә: «Ауылдаштарымдың тормошонан бик күп ҡыҙыҡлы әйберҙәр белдем, киноға һәм клубҡа бәйле тарихтар тыңланым. Ул ваҡытта киноға инеү хаҡы биш тин булған. Күптәр яратҡан фильмдарына билет һатып алыр өсөн көл, йомортҡа тапшырыуҙарын һөйләне. Клубҡа ҡасып ҡына инеүҙәр йә иһә киноны тәҙрә аша ҡарауҙар хаҡында ҡыҙыҡлы тарихтар ҙа булды. Ә инде урын ҡалмаһа, өйҙәренән ултырғыстар алып килгәндәр. Иҙәнгә теҙелешкән балалар өсөн юрған түшәгәндәр. Йәштәргә ҡайһы берҙә бильярд өҫтәленән урын алырға тура килгән. Киноға йөрөүселәр күп булған. Айырыуса популяр фильмдарҙы бер нисә көн рәттән күрһәткәндәр. «Танцор диско», «Зита и Гита», «Весна на Заречной улице», «Пропало лето», «Джульбарс», «Белый клык» кеүек фильмдарҙы халыҡ бигерәк тә яратып ҡараған. Ауылдаштарымдың ҡыҙыҡһыныусан, изгелекле булыуҙары тураһында тыңлап, һоҡланып ултырҙым. Бөгөн йәштәр күп ваҡытын компьютер, телевизор алдында үткәрә бит. Клубта кино күрһәтһәләр, бик теләп барабыҙ, әлбиттә».
Рәшиҙә Фазрахманова һәм Розалия Абзалова йырҙар башҡарҙы. Рәшиҙә Камалетдинова йыйылыусыларҙы тәмле сәй менән һыйланы. Табын ҡоймаҡ, ҡыҫтыбый, кекс, бауырһаҡ, бал кеүек ризыҡтарҙан һығылып торҙо. Осрашыу дуҫтарса йылы мөхиттә уҙҙы. Сараға килеүселәр тантана сәбәпсеһе М.К. Фазлыеваға бәхетле оҙон ғүмер теләп, яҡшы кәйеф менән таралышты.
Р. Әхмәтрәхимова, район Мәҙәниәт йортоноң Мәкәш филиалы мөдире.
Сығанаҡ: Дәүләкән районының “Балҡантау” гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө