Ҡыйғы районының Алағуз ауылында йәшәгән Рәйлә Ғирфанова һәм Нәйлә Фәтихова бәләкәй саҡтан уҡ өләсәләре менән әсәләренең сигеү сиккәнен күреп үҫкән. Бөгөн улар бергәләп төрлө сара өсөн сигеүле әйберҙәр эшләй. Тыуған райондарының картаһын да бергәләп сиккәндәр.
Алағуз мәҙәниәт йортоноң әйҙәүсе методисы Рәйлә Ғирфанова Нәйлә Фәтихованы төп ярҙамсыһы, уң ҡулы тип атай, сөнки райондағы бер сара ла уларҙың ҡул эше өлгөләренән тыш үтмәй тиерлек. Оҫтабикәләргә «Аҡ ҡайындар» фольклор ансамблендә ҡатнашыусылар ҙа ярҙам итә.
Ҡыйғы районының сигеүле картаһында улар төньяҡ-көнсығыш төбәккә хас традицион тамбурлы сигеүҙе сағылдырырға ынтылған. Үҫемлек биҙәктәре тәбиғәт күренештәренә оҡшатып эшләнгән. Композиция үҙәгендә башҡорт һөлгөләренең биҙәктәре урынлашҡан.
Карта өҫтөндә шулай уҡ Дүшәнбе ауылы мәҙәниәт йортоноң өлкән методисы Айтуған Хәсәнов, район мәҙәниәт йортоноң ҡуйыусы рәссамы Мансур Хәлилов эшләгән.
Рәмил Нафиҡов фотолары.