Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡыл-ҡумыҙсы Зәлиә Ғәниәтуллина ике ҡылда ғына уйнап, иҫ киткес шоу яһарға мөмкин булыуын иҫбатланы. Был оло эштә уға үҙе оҙаҡ йылдар эшәләгән “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле ярҙам итте. “Дала ҡыҙы” этно-концерты 20 ғинуарҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте.
Зәлиә Ғәниәтуллина - башҡорт музыкаһын ҡыл-ҡумыҙҙа башҡарыуға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Боронғо уйын ҡоралы менән ул 1998 йылда Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингән саҡта таныша.
- Ул ваҡытта профессор Зиннур Әхмәҙиә улы Нурғәлин, фольклорсылар, музыкаль педагогтар Айрат Миңләхмәт улы Ҡобағошов һәм Ришат Рәшит улы Рәхимов башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын тергеҙеү һәм пропагандалау өҫтөндә эшләне. Ә бына ҡыл-ҡумыҙҙың үҙе юҡ ине, уның һүрәтен генә күрһәттеләр. Минең өсөн тәүге уйын ҡоралды оҫта Рәшит ағай Ғәлимов эшләне. Ул ваҡытта ҡыл-ҡумыҙҙы тергеҙеү буйынса оло һәм яуаплы эшкә ҡушылыуымды аңлап та еткермәй инем, - тип иҫенә төшөрә артист.
Ҡыл-ҡумыҙға бағышланған концерт музыка ҡоралының ҙур мөмкинлектәрен асты. Зәлиә Ғәниәтуллинаның ҡулында ул тамашасыларҙы тарих төпкөлөнә әйҙәне, ҡурай һәм боронғо башҡорт һуҡма ҡоралы – дөңгөр менән берлектә көслө алҡыштарға күмелде. “Мираҫ” ансамбле оркестры һәм “Хазина” заманса этно-проекты составында ла боронғо уйын ҡоралы урынлы яңғыраны.
Концертта Зәлиә Ғәниәтуллина тамашасылар алдында музыкант ҡына түгел, яғымлы тауышлы йырсы һәм талантлы педагог булараҡ асылды. Артистың бөгөнгө студенттар – буласаҡ профессиональ ҡыл-ҡумыҙсылар менән бергә сығыш яһауы сағыу номерҙарҙың береһе булды.
“Мираҫ” ансамбле директоры Байрас Ишбирҙин билдәләүенсә, Башҡортостандың музыка сәнғәте тарихында был ҡыл-ҡумыҙға арналған тәүге концерт.
- Ижади коллектив етәкселәре үҙҙәренең талантлы артистарына профессиональ йәһәттән үҫешеүҙә ярҙам итергә тейеш, тип иҫәпләйем. Солисткабыҙ Зәлиә Ғәниәтуллина концертҡа әҙерләнә алһын өсөн ойоштороу мәсьәләләрен тулыһынса үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. Мартта тағы ла ике солисыбыҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Алена Завьялованың һәм ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың яңғыҙ концерттарын үткәрергә йыйынабыҙ,- тине Байрас Ишбирҙин.
Концерттан һуң Зәлиә Ғәниәтуллина ҡыл-ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресен үткәреү ниәте менән уртаҡлашты. Мәғлүмәтте “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” порталында күҙәтеп барығыҙ.
Артист менән рус телендәге әңгәмәне ошо һылтанма буйынса уҡырға мөмкин.