“Һаулығы сикле граждандарҙы китапханаларға яраҡлаштырыу” фестивале тураһында

“Һаулығы сикле граждандарҙы китапханаларға яраҡлаштырыу” фестивале тураһында

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хәбәр итеүенсә, “Заманса китапхана” журналында Вера Пантелееваның мәҡәләһе баҫылды. Мәҡәләлә апрель айында махсус китапханала үткән “Һаулығы сикле граждандарҙы китапханаларға яраҡлаштырыу” фестивале тураһында тәфсирләп яҙылған.
Эш барышында белгестәр, һуҡырҙарҙы һәм насар күреүселәрҙе мөхиткә адаптациялаштырыу буйынса практикалар менән танышты. Семинарҙа ҡатнашыусыларға, махсус китапханала ҡулланылған, төрлө эш формалары тәҡдим ителде: “Содружество” яраҡлаштырылған художестволы күргәҙмәһе, һуҡырҙар өсөн тифлокомментарийлы фильмдар, “Башҡортостан портреты” лото уйындары серияһы һ.б.
Төрлө аспекттағы практик хәбәрҙәр һәм мастер-кластар менән Күмертау, Октябрьск, Өфө, Нефтекамск ҡалалары, Хәйбулла, Асҡын, Борай, Шишмә райондары дөйөм хеҙмәтләндереү китапханаларынан белгестәр сығыш яһаны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb