Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Һорауҙарға яуаптарҙы театрҙа табам
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 28 ноябрь 2016
Һорауҙарға яуаптарҙы театрҙа табам
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының бер төркөм артистары Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының (педагогия, социаль гуманитар факультеттары) студенттары менән осрашты. Һөйләшеү темаһы Сыңғыҙ Айтматов әҫәре буйынса ҡуйылған "Аҡ пароход" спектаклен ҡарағандан һуң тыуған уйҙар, тип билдәләнһә лә, диалог ижад, әҙәбиәт, театр тураһында ғына түгел, хатта әхлаҡи, тәрбиәүи проблемаларҙы ла ҡуҙғатты.
"Мин үҙем бара алмаһам да, иптәш ҡыҙым барып ҡараған. Спектакль миңә шул тиклем тәьҫир итте, ул шул тиклем тормошсан. Спектаклдә үҙемдең һорауҙарыма яуаптар таба алдым, тип бүлеште ул".
"Тулыһынса асылып әйтәм, спектаклде аҙаҡҡа тиклем ҡарап бөтә алманым. Ул шул тиклем тетрәндергес. Шул тиклем күңелде ярһыта, барыһы ла үтә лә тормошсан хаҡ итеп һүрәтләнә, түҙеп тороп булманы..."
"Спектакль авторҙың тексына иғтибарлы ҡарашы менән һоҡландыра".
"Спектакль бөтә яҡтан да уйланылып эшләнгән. Ә музыкаһы... Иҫ китерлек!.."
"Актерҙарҙың һәр береһен айырып әйтеп булмай. Әсәйем менән бергә барып ҡараныҡ. Икәүләшеп илашып ҡайттыҡ. Мин геройҙарҙа үҙемдең ауылдағы кешеләрҙе таныным..."
Балаларҙың яңғыҙлығы, үҫмерҙәрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы, ышаныс һәм өмөт, йәмғиәт, кеше күңеле, миһырбанлылыҡ, йөрәк йылыһы, әҙәп-намыҫ тураһында һөйләште Башдрамдың артситары - Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмзиә Хисамова, артистар Фәнис Рәхмәтов, Зилиә Ситдиҡова, Фирғәт Ғарипов.
Осрашыуҙы ойоштороусы Айһылыу Йомағолова студенттар менән тағы ла театрҙа күрешергә, аҙаҡ ошондай йәнле һөйләшеүҙәргә йыйылырға, тип һүҙ биреште.
Сығанаҡ: М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сайты
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө